Новости
28 Ноября 2021, 12:34

Күмертауҙар әсәй тураһында

Олег Фролов, Күмертау ҡала хакимиәте башлығы:- Әсәй – һәр беребеҙ өсөн иң яҡын кеше. Йәшебеҙгә ҡарамаҫтан, улар өсөн гел бала булып ҡалабыҙ. Олоғайған һайын уның мөхәббәтен, хәстәрлеген һәм беҙҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән көндә үтәлгән ҙур хеҙмәтен аңлай башлайһың. Ошо аңлау, бигерәк, үҙеңден балаларың тыуғас башлана. Үҙеңдең бала сағыңа әйләнеп ҡайтҡан кеүек тә булып ала. Ғаилә йәшәйешен, уның йолаларын икенсе ракурстан күрә башлайһың.

Күмертауҙар әсәй тураһындаКүмертауҙар әсәй тураһында
Күмертауҙар әсәй тураһында

…“Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!...
Рәзилә Ырыҫҡужина

«Әсәй» - бар һүҙҙәрҙең иң матурылыр. Кеше телмәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем был тылсымлы һүҙҙең яралауы тураһындағы фараз да бар. Әлеге көндә лә кеше ғүмерендәге беренсе һүҙ ғәҙәттә “әннә”, “әсә”, “әсәй” тип яңғырай. Сабый балаға “ә”, “ө” өндәрен әйтеү еңелерәк. Ошо еңел әйтешле һүҙ ғәзиз йәндәребеҙҙе билдәләүҙә ҡулланыла. Рус телендә лә шулай уҡ: сабый бала әйтә алған “ма” ижегенең ҡабатланыуынан “мама” һүҙе килеп сыҡҡан. Донъялағы бик күп телдәрҙә ул һүҙ оҡшаш яңғырай: мама (рус телендә), motina (литва), mate (латыш), matar (һинд), mother (инглиз), maman (француз), mamma (итальян), mama (румын һәм голланд), mamá (испан) һ.б.
“Әсәй” тигән оло һүҙҙе
Тәү башлап әйтә бала.
Әсәләрҙәй изге йәндәр
Юҡтыр ул был донъяла!
Ошо наҙлы һүҙ менән аталыусылар үҙҙәре лә наҙға тулылар. Һәр бер әсә үҙенең балаһы өсөн – иң яҡшыһы. Әле үҙаллылыҡҡа өйрәнмәгән бәләкәй балалар әсәйҙәрен күберәк тышҡы сифаттары һәм хәстәрлек кимәле буйынса “иң-иң” тип ҡабул итәләр. Ниндәй генә баланан “әсәйең ниндәй?» тип һорама, ул “иң матур һәм иң изге” тип яуап бирәсәк.
Богдан Евченко, 3 йәш, «Колокольчик» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе:

- Минең әсәйем бик матур һәм изге. Мин уны яратам! Миңә уның улы булырға оҡшай. Тиҙерәк ҙурайғым килә – уға ярҙам итер инем.
Балалар алдында әсәләрҙең абруйы ҙур, сөнки улар ғүмер бирәләр, тәрбиәләйҙәр, хәстәрләйҙәр, йорт хужалығын алып баралар, ғаилә йәмен булдыралар, шул уҡ ваҡытта эшкә лә йөрөйҙәр.
Искәндәр Абдуллин, 5-се һанлы мәктәптең 5 клас уҡыусыһы:
- Әсәй - минең өсөн иң ҡәҙерле кеше. Ул бик тәмле итеп ашарға әҙерләй. Ул шәфҡәт туташы булып эшләй. Шуға күрә ҡайһы бер саҡта арый. Барыбер минең менән һөйләшергә һәм ярҙам итергә көс таба. Ул минең бөтә ғәҙәттәремде белә. Минең нимә яратҡанымды һәм нимәнән ҡурҡҡанымды ла белә. Ул бик матур һәм изге. Мин уны яратам!
Әсәй гел тигәндәй эргәлә, бөтә серҙәрҙе белә, аңлай һәм ярҙам итә ала, мәктәптә үткән дәрестәрҙе лә яҡшы белә һәм ҡыйын мәсьәләләрҙе сисеү ысулын йәһәт таба. Шуға күрә балалар өсөн улар - ғаиләләге иң яҡын кеше. Был күренеш әсәй кешенең бала тәрбиәләүҙәге ролен һәм ғаилә именлеген булдырыуҙағы яуаплылығын күрһәтә.
Динислам Рахманғолов, 5-се һанлы мәктәптең 3 клас уҡыусыһы:
- Әсәй – берәй нәмә килеп сыҡмағанда ярҙам иткән иң беренсе дуҫ. Әсәй – миңә ғүмер биргән кеше. Ул болоттар араһындағы ҡояш кеүек. Әсәйем – минең иң яҡын, ғәзиз һәм яратҡан кешем. Мин уға ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем!
Әсәйҙәр наҙ, иркәләү, эшһөйәрлек, түҙемлек, аҡыл, балаларҙы һөйөү кеүек юғары сифаттарға эйә. Әсәйҙәр – ғаилә усағын тотоусылар ҙа, уның ағзаларын төрлө афәттәрҙән ҡурсаллаусылар ҙа. Улар ғаиләһендәге барыһына үҙ иғтибарын, хәстәрлеген һәм йылыһын тигеҙ бүлә: “әсәһеҙ ғаилә – һүнгән усаҡ”, “ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек”, “әсә ҡуйыны тундан йылыраҡ”, “әсә йылыһы – ҡояш йылыһы” һ.б.
Данил Ваһапов, 1-се «Гармония» мәктәбенең 2 клас уҡыусыһы:
- Әсәй – донъялағы иң яҡшы кеше. Берәүҙең дә минеке кеүек хәстәрлекле, матур һәм көләс әсәһе юҡтыр. Әсәйем ҡосаҡлағанын бик яратам. Уның ҡуйынында миңә шул тиклем рәхәт. Әсәйемә бөтә серҙәрҙе әйтә алам. Ул - гел минең йөрәгемдә.
Йылдар үтеү менән кисәге балалар хәҙер әсәләрен өлгөлө кеше итеп кенә түгел, ә иң яҡын дуҫ итеп тә күрә башлайҙар.
Олег Фролов, Күмертау ҡала хакимиәте башлығы:
- Әсәй – һәр беребеҙ өсөн иң яҡын кеше. Йәшебеҙгә ҡарамаҫтан, улар өсөн гел бала булып ҡалабыҙ. Олоғайған һайын уның мөхәббәтен, хәстәрлеген һәм беҙҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән көндә үтәлгән ҙур хеҙмәтен аңлай башлайһың. Ошо аңлау, бигерәк, үҙеңден балаларың тыуғас башлана. Үҙеңдең бала сағыңа әйләнеп ҡайтҡан кеүек тә булып ала. Ғаилә йәшәйешен, уның йолаларын икенсе ракурстан күрә башлайһың.
Бала ҙурая һәм йылдан-йыл ата-әсәһенә булған мөнәсәбәте үҙгәрә: атай һәм әсәй бөтә донъяны тәшкил иткән мәшәҡәтһеҙ бала саҡтан башлап, һине бер кем дә аңламаған һәм аңларға тырышмаған үҫмер саҡты үтеп, ата-әсәнең иң яҡын дуҫтарыңа әйләнгән мәле менән тамамлана.
Йыш ҡына барыһы ла әсә ҡулынан торған ғәмһеҙ бәхетле бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡы килә.
Евгений Оськин, Күмертау ҡала Советы депутаты:
- Өлкән кеше өсөн әсәй – мәшәҡәт белмәгән йылылыҡ утрауы. Әсәйҙә ҡунаҡта үҙеңде яңынан бала итеп тояһың, бала саҡтың яҡты мәлдәре менән һыуһын ҡандыраһың.
Бала саҡты яңынан тойоу теләге тигән әсәйҙәргә рәхмәтле булыу менән бер. Күңелдең шул хис менән һуғарылыуы беҙгә яңы көс һәм дәрт өҫтәй.
Андрей Беляев, Күмертау ҡала Советы депутаты:
- Әсәй – ул бер нимәгә ҡарамаҫтан һинең яҡлы булған берҙән-бер кеше. Әсәй – ул көс тә, ышаныс та. Томоштағы күп һынауҙар тап әсәйҙәр арҡаһында еңел үтә. Улар ҡыйынлыҡтарҙы намыҫлы йырып сығырға ярҙам итәләр. Әсәй менән бүлешкәндән һуң, барыһы ла яҡшы булыр һымаҡ.
Ысынлап, әсәй булыу – ҙур эш. Әсәйҙәргә баланы ашатып, кейендереп, ҙурайтыу ғына түгел, ә шул баланың күңелен үҫтереү, уны әхлаҡи сыныҡтырыу ҙа йөкмәтелә.
Олег Астахов, Күмертау ҡала Советы рәйесе:
- Балаларға ғүмер биреп, уларҙы кеше итеү – изге һәм аҫыл хеҙмәт. Барлыҡ әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә, әсәй булырға әҙерләнгән йәш ҡатындарға рәхмәтебеҙҙе еткеребәҙ. Күп балалы, шулай уҡ йәтим һәм ата-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға икенсе әсәй булғандарға айырым рәхмәт!
Ҡәҙерле әсәйҙәр, барығыҙҙы ла ихтирам итәбеҙ. Һеҙҙең фиҙаҡәрлегегеҙ, түҙемлегегеҙ һәм ғаиләгә йүнәлтелгән эшегеҙ балаларығыҙҙың һәм бөтә йәмғиәттең хәстәрлеге һәм изгелеге менән үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын.
Һәр ҡатын, шәхси сифаттарына ҡарамай, үҙ балаһы өсөн иң үҙенсәлеклеһе.
Ринат Хәйретдинов, Күмертау ҡала Советы депутаты:
- Минең әсәйем, тәү ҡарашҡа, ябай кеше, шул уҡ ваҡытта иң өлкәне мин булған өс балаһына ул - иң үҙенсәлекле әсәй. Ул Салауат районының Сулпан ауылында тыуа. Бик иртә йәтим ҡала: 4 йәшендә – әсәйһеҙ, 7 йәшендә – атайһыҙ. Балалар йортонда тәрбиләнә. Аҙаҡ Күмертауҙа училищены тамамланғандан һуң, ошонда төпләнеп тороп ҡала. Әсәйем Динара Даян ҡыҙы беҙҙең өсөн барыһын да бирҙе, шуға беҙ сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Үткән йыл атай һм әсәйебеҙҙе алтын туйҙары менән тәбрикләргә насип булды. Был ғаилә ҡиммәтәрен баһалауҙа һәм шул ғаиләнең мөһимлеген үҫеп килгән быуынға еткереүҙә әһәмиәтле. Беҙҙең өсөн 27 ноябрь көнө - үҙе бер айырым ҙур дата, сөнки 30 йыл элек тап ошо көндө мин әрменән әсәйемдең тыуған көнөнә әҙерләнгән табынға ҡайтып төштөм.
Беҙгә иң ҡиммәте – ғүмерҙе - бүләк иткән кеше әйтеп бөтә алмаҫлыҡ ҙурлауға лайыҡлы. Муса Йәлил әйткәнсә, “Исеме Әсә булған ҡатынды беҙ мәңге данларбыҙ”.
Артем Ананьев, Күмертау ҡала Советы депутаты:
- Әсәйҙәр өсөн беҙ йәшкә, йәмғиәттә алған урыныбыҙға ҡарамайынса барыбер - бала. Әсәйҙәр – беҙҙең ҡәлғә. Уларҙың һәр береһенә әсә бәхетенә төрөнөп йәшәргә теләйем!
Бәләкәй саҡта иҫтә ҡалған өйрәтеүҙәр, әрләүҙәр, шәхси тормошоңа ҡыҫылыуҙар, баҡһаң, һинең өсөн борсолоу, ямандан ҡурсалау һәм изгелек теләү генә булған икән. Әсәйҙәрҙең йөрәге бик ышаныслы һәм һиҙгер – унда бер ҙә мөхәббәт хисе һүрелмәй. Кешегә нисә генә йәш булмаһын – бишме, иллеме – уға һәр саҡ әсәй кәрәк, уның тауышы, ҡарашы һәм күңеле менән. Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн күберәк таныған һайын, тормоштарыбыҙ яҡтыраҡ һм сағыуыраҡ төҫтәргә буяла.

Маргарита Моратбаҡыева

Күмертауҙар әсәй тураһында
Күмертауҙар әсәй тураһында
Автор:
Читайте нас