Все новости
Новости
5 Декабря 2021, 11:53

Башҡортостанда айыҡ ауылдарҙы һайлайҙар. Ни өсөн конкурста бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк? Бөгөн ошо турала һөйләйбеҙ.

Башҡортостанда айыҡ ауылдарҙы һайлайҙар. Ни өсөн конкурста бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш
Башҡортостанда айыҡ ауылдарҙы һайлайҙар. Ни өсөн конкурста бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш

Конкурста барлығы дүрт номинация булдырылған:
«Эре ауылдар» (мең кешенән ашыу халҡы булған);
«Ҙур ауылдар» (600–1000 кеше);
«Уртаса ауылдар» (300–600 кеше);
«Бәләкәй ауылдар» (300 кешегә тиклем).
Һәр номинацияла өс урын билдәләнә. Еңеүселәр – 3 миллион һумдан 6 миллионғаса, ә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаусылар 1,5 миллион һумдан 4 миллионғаса аҡсалата премия аласаҡ. Был аҡсаны ауылды төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин.
Конкурс ике этапта үтә: тәүгеһендә – 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем һәр ҡалала йәки районда еңеүселәр билдәләнә. Артабан республика кимәлендәге бәйге көтөлә. Еңеүселәр 2022 йылдың 30 июнендә иғлан ителәсәк.
Быйыл конкурсҡа яңылыҡ индерелде: хәҙер райондар саралар үткәреү өсөн берләшә ала. Мәҫәлән, күрше муниципалитеттар араһында шашка уйындары ойоштороу күҙаллана.
«Ҡатнашыусыларға талаптар элеккесә ҡалды, баһалау бер аҙ үҙгәреш кисерҙе. Конкурс еңеүселәренә аҡсаны Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы бүлә һәм ошо уҡ ведомство уның маҡсатҡа ярашлы тотонолоуын тикшерә. Былтырғы еңеүселәр трактор һатып алыуға, төҙөкләндереүгә һәм балалар майҙансыҡтары булдырыуға үҙҙәренә тейеш аҡсаны алды ла инде. Был сараның ауылдарҙы, ғаиләләрҙе берләштереүе, яңы таланттар асыуы мөһим», – тип билдәләне конкурсты ойоштороу комитетының рәйестәше Эльвира Айытҡолова.
Кем ҡатнаша ала һәм быны нисек эшләргә?
Был конкурста сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен һайлаған, иҫерткес эсемлекле табындарҙы түгел, ә күңелле спорт ярыштарын үҙ иткән, «был миңә ҡағылмай» тип түгел, ә тыуған төйәгенең киләсәге хаҡында борсолған кешеләр йәшәгән ауылдар ҡатнаша һәм төп бүләккә дәғүә итә ала. Ундайҙар күп! Мәҫәлән, 2020 йылда конкурста 2114 ауыл ҡатнашты.
Ауыл халҡы дөйөм йыйылышта программала ҡатнашыу тураһында килешә, артабан ауыл советы хакимиәте кәрәкле документтарҙы туплай.
Ҡатнашыусы ауылдар үҙҙәре йәшәгән төйәк тураһында видеояҙмалар әҙерләй, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен яҡлаған саралар тураһында презентация эшләй. Улар лекция, ҡыҙыҡһыныу буйынса берәй түңәрәк, спорт ярыштары йәки башҡа төрлө саралар булыуы ихтимал. Ҡайһы бер төбәктәрҙә йәштәр берләшеп, халыҡ йыйылып эскән, легаль булмаған алкоголь һатылған урындарҙы асыҡланы, уларҙы был насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға өлгәште.
Баһалама ағзалары иң яҡшы тип табылған проекттар өсөн тауыш бирә, шул уҡ ваҡытта иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡан кешеләрҙе, ауыр тормош хәлендәге ғаиләләрҙе, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙе, криминаль статистиканы асыҡлаясаҡ.
ФЕКЕР
Максим Забелин, вице-премьер, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры:
«Белгестәр был конкурсты ил төбәктәрендә тормошҡа ашырылған иң яҡшы эш алымдарының береһе булараҡ баһаланы, сөнки ул ҡағыҙҙа ғына билдәләнгән проект түгел, ә тотош халыҡты йәлеп итеп үткәрелә. Башҡортостанда әлеге конкурс ойошторолған осорҙа ялған алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары өс тапҡырға кәмене. Психиатр һәм нарколог кеүек белгестәргә беренсел иҫәпкә тороусылар һаны ла аҙайған. Балалыҡ һәм үҫмерлек осоронда алкоголизм менән сирләгәндәр ҙә һиҙелерлек кәмегән».
Былтыр еңеү яулаған ауылдарҙа ниндәй эштәр башҡарылған?
Учалы районының Илсе ауылы. «Эре ауылдар» номинацияһында I урын.
Илсе ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Азат Вәлитов:
– Тәүҙә ауыл активын, депутаттарҙы йыйҙыҡ, унан инде ауыл халҡы менән фекер алыштыҡ һәм «ҡатнашырға» тигән берҙәм ҡарарға килдек. Башта райондағы 18 ауыл советы араһында еңеү яуланыҡ, артабан беҙҙе республика кимәлендәге бәйгегә һайлап алдылар. Беренсе урынды яулау, әлбиттә, бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Ауылыбыҙ күп милләтле, башлыса мосолман халҡы йәшәй. Әлбиттә, тотош ауыл айыҡ тормош алып бара тип әйтә алмайбыҙ, әммә сәләмәт йәшәү рәүешенә ылығыу бар, алкоголь ҡулланыу кәмей.
Еңеүсе булараҡ алынған грантҡа һыу үткәргесте ремонтланыҡ, ауылдың барлыҡ урамдарында ла яҡтыртыу ҡорамалдары алмаштырылды. Ауыл матурайып, яҡтырып ҡалды. Әлеге ваҡытта бәләкәстәр өсөн уйын майҙансығы төҙөү эштәре дауам итә.
Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы. «Бәләкәй ауылдар» номинацияһында II урын.
Мораптал ауыл советы рәйесе Асҡар Кинйәлиев:
– Конкурста ҡатнашыу башланғысын ауыл халҡы күтәреп сыҡты. Урындағылар ойошторҙо, ә беҙ ярҙам иттек. Беҙҙә башлыса мосолман халҡы йәшәй һәм улар сәләмәт тормош өсөн әүҙем көрәш алып бара. Совет осоронда магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыла ине, ә хәҙер юҡ. Грант аҡсаһына ҡоҙоҡто ремонтланыҡ: таҙарттыҡ, электр уты үткәрҙек, насосты алмаштырҙыҡ. Хәҙер йәйгеһен һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк юҡ, һыу барыһына ла етә. Шулай уҡ буш ятҡан урында ҙур, матур парк төҙөнөк. Унда концерттар һәм саралар уҙғарыу өсөн сәхнә, балалар өсөн каруселе булған уйын майҙансығы, ололар өсөн тренажерҙар һәм иркен спорт майҙансығы бар. Ҡышҡыһын бында хоккей, ә йәйгеһен футбол, волейбол, баскетбол уйнарға мөмкин. Барыһы ла ныҡ ҡәнәғәт!
Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылы. «Бәләкәй ауылдар» номинацияһында III урын.
Ҡарғалы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Илфир Ишбулатов:
– Өсөнсө урын өсөн алынған аҡсаны ниндәй маҡсатта тотоноуҙы бөтә ауыл менән хәл иттек. Урамдарҙы яҡтыртыу йәһәтенән барыһы ла яҡшы. Юлға асфальт түшәр инек, 200 метр самаһына ғына етә. Шуға күрә кәңәшләшеп, хоккей майҙансығы төҙөргә булдыҡ. Әле эштәр дауам итә, яҡын арала тамамларға тейешбеҙ.
Бындай программаларҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ. Быға тиклем ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, алынған грантҡа балалар өсөн майҙансыҡ булдырғайны. Беҙҙә халыҡ бик әүҙем! Айырыуса имамыбыҙ Миңлейәр Ғайсиндан уңдыҡ. Уға 84 йәш. Әле лә барыһын да ойоштороп йөрөй, ҡышҡы һабантуйҙа ла, саңғы ярышында ла ҡатнашты.

Башҡортостанда айыҡ ауылдарҙы һайлайҙар. Ни өсөн конкурста бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш
Башҡортостанда айыҡ ауылдарҙы һайлайҙар. Ни өсөн конкурста бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш
Автор:
Читайте нас: