

Мәсетебеҙҙә дин ҡәрҙәштәребеҙ менән бик йылы осрашыу булды.
Хәҙрәт ҡала һәм район мосолман идараһында алып барылған дини эштәр менән таныштырҙы. Булған мәсьәләләрҙе, һорауҙарҙы нисек хәл итеү юлдары тураһында бик ентекләп аңлатып бирҙе. Хәҙрәт дин эштәрендә актив эшләгән имамдарҙы , ярҙам итеүселәрҙе рөхсәт ителгән дини китаптар һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Шулай уҡ "Айыҡ ауыл" конкурсында ауылыбыҙҙың мәсете алып барған эш яҡшы һөҙөмтәләр биреүен билдәләп үтте. Айыҡ, сәләмәт һәм дини тормош илебеҙҙе яҡшы тормошҡа килтереүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Өйлә ашы һәм намаҙы уҡылғас матур вәғәз дауам итте. Аҙаҡ инде изге теләктәр менән өйҙәребеҙгә таралыштыҡ.
Азат Ғәлиҽв, Яҡшымбәт ауылы