

Хөрмəтле Күмертау ҡалаһы һəм Көйөргəҙе районы халҡы! Ысын күңелдəн һеҙҙе Яңы 2022 йыл байрамы менəн ҡотлайым!
2021 йылда ҡала һəм район хакимиəте менəн берлектə халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн бик күп эштəр эшлəнде, əммə алда беҙҙе тағы бик күп эштəр көтə. Яңы йылда беҙ бергəлəшеп тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтəлəргə ирешербеҙ, тип ышанам. Һеҙҙең барығыҙға ла сəлəмəтлек, бəхет һəм алдығыҙға ҡуйған пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын телəйем. Яңы 2022 йыл һеҙҙең күңелдəрегеҙҙе йылылыҡ һəм ышаныс менəн тулыландырһын.
Хөрмəт менəн РФ Дəүлəт Думаһы депутаты З.З. БАЙҒУСҠАРОВ