Новости
6 Января 2022, 06:45

2022 йылдың Башҡортостанға бәйле иң мөһим дүрт ваҡиғаһы

Киләһе йылда буласаҡ мөһим ваҡиғаларҙы һәм сараларҙы иҫтә ҡалдырыу өсөн уларҙы бер аҙ алдан барлайыҡ.

2022 йылдың Башҡортостанға бәйле иң мөһим дүрт ваҡиғаһы2022 йылдың Башҡортостанға бәйле иң мөһим дүрт ваҡиғаһы
2022 йылдың Башҡортостанға бәйле иң мөһим дүрт ваҡиғаһы

Олимпиада
Ҡасан: иҫәп буйынса 24-се тапҡыр үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындары 2022 йылдың 4 февраленән 20-һенә тиклем Пекинда үтәсәк.
Был ни өсөн мөһим: Рәсәй йыйылма командаһы милли флаг һәм гимнһыҙ сығыш яһаясаҡ, әммә бынан ғына спортсыларыбыҙҙы яратыуыбыҙ кәмемәй. Йыйылма команданың яҡынса ҡыҫҡа исемлегенә Башҡортостандан 25 спортсы ингән. Уларҙың 11-е – ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы, берәүһе – Михаил Науменков – ир-егеттәр хоккей командаһы вәкиле. Шулай уҡ исемлектә – алты бобслейсы, биатлон буйынса спортсылар Антон Бабиков, Эдуард Латипов, ике төрҙән торған ярыш оҫтаһы Эрнест Яхин һәм сноубордсы Елизавета Сәлихова.
Әлегә исемлек тулыһынса раҫланмаған. Бары тик шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылма командаһының тренерҙар штабы ғына аныҡ билдәле. Илдең йыйылма командаһына данлыҡлы Өфө шорт-трексыһы – 31 йәшлек Семен Елистратов та ингән. Уның иҫәбендә 2014 йылғы Сочи Олимпиадаһында яуланған алтын һәм 2018 йылда Пхенчханда уҙған ярыштарҙағы бронза миҙалдар бар.
Ҡыҙыҡлы факт: Ҡытайҙың баш ҡалаһында 2008 йылда ла Олимпиада үткәйне. Пекин Ҡышҡы һәм Йәйге Олимпия уйындарын ҡабул иткән тәүге ҡала буласаҡ.


Апимондия
Ҡасан: 2022 йылдың 5–10 сентябре.
Был ни өсөн мөһим: 1971 йылда Бөтә донъя апимондия конгресы Мәскәүҙә үтә. Күптәр был ваҡиға тураһында күңелендә йылы хәтирәләр һаҡлай. 50 йыл үткәс Апимондия конгресы яңынан Рәсәйгә әйләнеп ҡайта һәм илебеҙҙең баллы төбәгендә – Башҡортостан Республикаһында үтәсәк.
Сара 2021 йылда уҡ уҙғарылырға тейеш ине, әммә коронавирусҡа бәйле хәл-торош арҡаһында кисектерелде.
«Апимондия» халыҡ-ара ассоциацияһы донъяның 82 иленең 120 умартасылар ассоциацияһын берләштерә. Әлегә уларҙың нисәүһе Өфөгә килере билдәһеҙ, әммә, нисек кенә булмаһын, сара бер нисә мең кешене берләштерәсәк.
«Апимондия» – ғалимдарҙың һәм һөнәр оҫталарының тәжрибә уртаҡлашыу, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләү, бал етештереү һәм эшкәртеү, бал ҡорттарын тәрбиәләү һәм дауалау алымдары менән бүлешеү майҙансығы. Мәҫәлән, һуңғы форум үткән Монреалдә пестицидтарҙың бал ҡорттарына һәм уларҙың селекцияһына тәьҫире тураһында фекер алыштылар. Был тәңгәлдәге һорауҙар Өфөлә үтәсәк конгреста ла көнүҙәк булыр, моғайын.


Волейбол буйынса донъя чемпионаты
Ҡасан: 2022 йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Ярославль, Ҡазан, Екатеринбург, Новосибирск, Красноярск һәм Кемерово ҡалаларында үтә.
Был ни өсөн мөһим: Өфө бығаса волейбол буйынса ҙур ярыштар үткәргәне бар, әммә бындай кимәлдәгеһен тәүге тапҡыр ҡабул итә. «Өфө-Арена» һарайында барасаҡ ярыштарҙы донъяның йөҙҙәрсә каналы күрһәтәсәк.
Йәрәбә тартыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Өфөлә Словения, Германия, Франция һәм Камерундың йыйылма командалары уйындар үткәрәсәк. Өфөлә уҙасаҡ матчтарға билеттар tickets.volley.ru сайтында һатыла. Уларҙың хаҡы 400 һумдан 8000 һум араһында тирбәлә. Эпидемиологик хәл-тороштоң ҡатмарлы булыуы арҡаһында урындар күрһәтелмәй. Кемдең ҡайҙа ултырасағын махсус программа ярҙамында билдәләйәсәктәр.
Ойоштороусылар Рәсәйҙең һәр ҡалаһы өсөн айырым биҙәк уйлап тапҡан. Башҡортостандың баш ҡалаһын Салауат Юлаев һәйкәле һәм «Ләлә-Тюльпан» мәсете танытасаҡ. Ә инде чемпионаттың талисманы итеп, дөйөм тауыш биреү һөҙөмтәһенә ярашлы, Тигроша исемле юлбарыҫ һайланды.


Вакцинацияны тамамлау
Ҡасан: ни тиклем тиҙерәк, шул тиклем яҡшыраҡ.
Был ни өсөн мөһим: 2020 йылда беҙ вакцинаның һынауҙарҙы үтеп, дөйөм ҡулланылышҡа сығыуын көттөк. 2021 йылда вакцина тураһында төрлө уйҙырмаларға бәйле хәүефте юҡҡа сығарҙыҡ. (Әйткәндәй, был уйҙырмаларҙың береһе лә раҫланманы. Киреһенсә, донъяның алдынғы фәнни баҫмалары «Спутник»ты һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ тип тапты). Ә инде 2022 йылға төп бурыс – вакцинацияны тулыһынса тамамлап, ревакцинацияны дауам итеү. Тик шул осраҡта ғына коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк һәм коронавирус киҙеү кеүек миҙгел сиренә әйләнәсәк.
Йыл йомғаҡтарына арналған интервьюһында республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда 2,2 миллион кешенең вакцина яһатҡан булыуы бер аҙ тынысландыра һәм беҙҙе көслөрәк итә. Коллектив иммунитет өсөн был күрһәткесте 2,45 миллионға еткереү бурысы тора. Ревакцинация яһатыусылар һаны ла арта бара.
«Минең сирләгем килмәй, сөнки эҙемтәләрен яҡшы беләм. Һәм минең осраҡта тағы бер мотивация бар: өйөмдә бәләкәй балалар булғас, сәләмәт булырға тейешмен», – тине республика етәксеһе.

2022 йылдың Башҡортостанға бәйле иң мөһим дүрт ваҡиғаһы
2022 йылдың Башҡортостанға бәйле иң мөһим дүрт ваҡиғаһы
Автор:
Читайте нас