

Иң тәүгеләрҙән булып һүҙҙе Бахмут ауыл биләмәһе башлығына бирҙеләр, ләкин Нурия Нуриман ҡыҙы: "Беҙҙә барыһы ла яҡшы, арыу торабыҙ, күңел ҡырырлыҡ мәсьәләләребеҙ юҡ, һәүетемсә эшләп йөрөйбөҙ," - тип яуапланы. Зәктәр ҙә һорауҙары юҡлығын белдерҙе, ә шулай ҙа Зариф Закир улы уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырманы: "Зәктәр шәп, дәртле халыҡ, унда йыш булып торам, шишмәләре, мәсеттәре, өр-яңы ФАП-тары ғына ни тора,"- тине.
Ленин ауыл биләмәһе башлығы Владимир Александрович, барыһын да борсоған һорауҙы ҡуҙғатты: "Силсәүиттәр юҡҡа сыҡһа халыҡ кемгә барыр, ҡайҙан ярҙам, терәк табыр?".
Был һорауға депутаттың яуабын һәм башҡа ауыл биләмәләрен ниндәй һорауҙар борсой икәнен гәзит биттәрендә уҡығыҙ.