

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың һәм тормош иптәшең Русландың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!!!
Ауырлыҡтар бер ҙә кисермә һин,
Ҡыйынлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Һинең йөҙөңдәге шатлыҡ нуры
Балҡып торһон, мәңге һүнмәһен!
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек-ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән яратҡан тормош иптәшең Руслан, балаларың Илина, Тимур, Эвелина, әнейең Зөлфиә, өләсәйең Зөһрә, абзыйҙарың Фәнүр, Филюз, еңгәң Ләлә һәм Таймасовтар, Хамитовтар, Ишимбитовтар һәм Байгутлиндар ғәиләһе