Новости
14 Июня 2022, 04:52

Хоҙай ололаһын үҙеңде

Яҡшымбәт ауылы Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын һәм ғәзиз кешебеҙ, тормош иптәшем, әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мөкәрәмә Миниәхмәт ҡыҙы Саттарованы 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Саф күңелле, йомарт, һәр кемгә лә ярҙамсыл, сабыр холоҡло әнәйебеҙ үҙ үрнәгендә әтейебеҙ менән беҙгә матур тәрбиә бирҙе, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам итте.
Беҙ һәр ваҡыт һинең аҡыллы кәңәштәреңә таянабыҙ, тырышлығың алдында баш эйәбеҙ!
Киләсәктә лә һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йән тыныслығы, тормош матурлығына ҡыуанып, балаларыңдың изгелеген күреп, парлашып тигеҙ ғүмер кисереп, именлектә йәшәүеңде теләйбеҙ! Беҙ һине яратабыҙ!!!
Рәхмәт һиңә, әнәй, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, һис ҡайғылар күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнис, улың Фаил, ҡыҙың Флорида, кейәүең Винер, ейәнең Илнар.

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас