Новости
14 Июнь 2022, 09:26

Күңелеңдән бәхет нуры китмәһен

Ҡәҙерле әхирәтем Айгөл Наил ҡыҙы ХАЛИҠОВАны матур ғүмер байрамы менән тәбрикләйем.

Тормошоң сағыу буяуҙарҙан ғына торһон, яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Ғүмерең ҡатын-ҡыҙ бәхетенә төрөнөп, эшең өсөн лайыҡлы баһа алып, яҡындарың өсөн бәхет өләшеүсе булып үтһен. Әле тормошоңдоң иң күркәм, иң көслө һәм иң яуаплы ваҡыттары. Һәр минуттың ҡәҙерен белеп, үҙең кеүек гөлдәй ике ҡыҙыңдың шатлығында, тормош иптәшеңдең ҡурсыуында, туғандарыңдың яратыуында, дуҫтарыңдың хөрмәтендә рәхәтләнеп йәшә. Теләктәрҙең иң изгеһенә ҡушып, көслө руң, һәр саҡ шулай кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булыуыңды, аҡ, саф күңел һәм бәхеттәр, именлек, ғүмер ҡояшыңдың көндән-көн яҡтыра барыуын, кешелеккә йылылыҡ, матурлыҡ бирә торған ҡайнар йөрәгеңә тағы ла көс-ҡеүәт өҫтәлеп тороуын теләйем. Барлыҡ ҡуйған маҡсаттарың тормошҡа ашһын. Бәхетле бул, Айгөлөм!
Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңдең һәр бер иртәһен.
Иң изге теләктәр менән әхирәтең Гөлназ.

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас