

Матур ғүмер байрамыңды ошо йәйге сағыу көн кеүек, киң ҡолас йәйеп ҡаршы алаһың. Хоҙай һиңә артабан да рух ныҡлығы, сәләмәтлек һәм күңел йылыһын бер ҙә йәлләмәй бирһен. Бөтә яҡындарыңдан тупланған һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре, балаларыңдың, туғандарыңдың сикһеҙ хөрмәте һәр көнөңдө байрам итһен! Ғүмер миҙгелдәреңде ҡотло, имен тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына биҙәһен! Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә, тик яҡты, алһыу таңдарҙы ҡаршыларға яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнил, балаларың Регина, Гүзәл, Фидан, Алина, Айнур, кейәүҙәрең Олег, Денис, килендәрең Оксана, Любовь һәм дә ейән-ейәнсәрҙәрең.