Новости
14 Июня 2022, 09:28

Юлдарыңа гөлдәр һибелһен

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре байрамында хөрмәтле коллегабыҙ Айгөл Наил ҡыҙы ХАЛИҠОВА юбилейын билдәләй.

Беҙ уны ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм теләктәрҙең иң изгеләрен генә юллайбыҙ. Айгөл, тормош иптәшең Рөстәм, мөхәббәт емештәрегеҙ - Наҙгөл һәм Алһыу ҡыҙҙарығыҙ менән артабан да шулай матур тормошта имен-һау, бәхеткә-шатлыҡҡа төрөнөп йәшәргә яҙһын! Һәр саҡ бөгөнгөләй ихлас, дәртле, сибәр, кешелекле булып ҡал! Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ! Байрамың ҡотло булһын!
Ғүмер юлың оҙон-оҙаҡ булһын,
Тыныс тормош уны биҙәһен.
Йәшәү дәүерең бәхет менән үтһен,
Ауырлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен,
Ғүмереңдең һәр иртәһе, кисе
Бәйләм-бәйләм бәхет килтерһен.
Иң изге теләктәр менән "Юшатыр"ҙар.

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас