Теп-теүәл бер ай элек ине ул. Ныҡ ауыр булды тип әйтеү генә аҙ. Иланыҡ. Ир башың менән илап торҙоңмо тип әйтеүсе, моғайын, булмаҫ, ысынлап та, ныҡмын тип йөрөгән кеше, ә күҙҙәрҙән йәш аға, бер хәл итеп булмай.
Автобус ҡуҙғалып китер алдынан бер бала илап ебәрҙе. Төйөнсөктәрен күтәреп китеп барған Илдар артына әйләнеп ҡараны: минеке илаймы әллә?
....Кисә Пензала тәүге ҡар яуған, эй, ҡотороноп яуа ла яуа икән, сабыйын күтәргән, ҡатынын ҡосаҡлаған Илдар быны ыңғайға юраған: аҡ төҫтө беҙ гел бәхеткә юрайбыҙ ҙа ул, эйе бит?
Материал тулы килеш йома һанында гәзиттә баҫыла.