Бына беҙ 2023 йылдың календарь битен астыҡ. 2022 йыл беҙҙең өсөн еңел булманы, һынауҙар йылы булды.
Украиналағы махсус хәрби операцияға бәйле илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде, районыбыҙҙың 137 һалдаты әлеге мәлдә хәрби бурыстарын үтәй. Бынан тыш, беҙҙең райондан ирекмәндәр һәм контрактсылар бар, улар тәүге көндән алып илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлауға юлланды. Был егеттәр барыһы ла - беҙҙең өсөн Геройҙар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташтарыбыҙ араһында юғалтыуҙар ҙа бар... беҙ контракт ысулы менән хеҙмәт иткән ике һалдатыбыҙҙы ерләнек. Яңы Мораптал ауылы мәктәбендә өлкән сержант Илгиз Алтыншиндың иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды, шулай уҡ уның исеме 4-се кадет класына ла бирелде.
Павловка ауылы мәктәбендә өлкән механик, мотоуҡсылар батальоны ротаһы водителе, гвардия сержанты Роберт Әмәкәсовтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу көтөлә.
Халыҡтың ныҡлығы илгә ҡайғы килгәндә беленә. Лилиә Игоревна Михайлова етәкселегендәге Көйөргәҙе районының Әсәләр Советы мобилизацияға эләккән егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йыйыу үтенесе менән мөрәжәғәт итеүе булды бар район халҡы: эшҡыуарҙар, предприятие етәкселәре, фермерҙар, ябай халыҡ - барыһы бергә тупланып ҙур ярҙам күрһәтте һәм ошо ярҙам ике тапҡыр махсус операция барған урынға уңышлы алып барылып тапшырылды. Бының өсөн барлыҡ Көйөргәҙе районы халҡына, «Хәрби туғанлыҡ», «Ғаилә» үҙәгенә, шулай уҡ илебеҙ бәләһенә битараф булмаған һәр кешегә ҙур рәхмәттәремде еткерәм.
Быйылғы йылды тотороҡло иҡтисади күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ. Районда йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итте.
2022 йылда Белем көнөндә, Керәүле-Илюшкин ауылы мәктәбе капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты.
«Айыҡ ауыл» республика проекты сиктәрендә Яҡшымбәт ауылында парк төҙөкләндерелде (яҡтыртыу тулыһынса алмашынды, паркка яңы ҡоймалар ҡуйылды, тротуар плиткалары һалынды). Шулай уҡ Яҡшымбәт ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы өсөн уйын майҙансығы һатып алынды.
Ермолаево ауылының Шот паркын төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам ителде.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы, шулай уҡ «Реаль эштәр» проекты ярҙамында ауылдарҙа зыяраттар кәртәләнде, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡуйылды, һыу торбалары алмаштырылды һәм ауыл клубтары ремонтланды, Ермолаево ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса кабинетҡа ҡорамалдар һатып алынды.
«Берҙәм рәсәй» партияһының проекты Айсыуаҡ ауылында почта бинаһын ремонтлау мөмкинселеген бирҙе. Киләһе йылдарҙа ла был йүнәлештәр буйынса эштәр дауам итәсәк.
Көйөргәҙе районында башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән былтыр эшләй башлаған «Атайсал» проекты ла уңышлы тормошҡа ашырыла.
Уҙып барған йылда, районыбыҙ яҙмышына битараф булмаған 46 эшҡыуарҙарыбыҙ бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеү өсөн ғариза бирҙе һәм уларыҙың бар ниәттәре лә тормошҡа ашырылды. Бөтә проекттарҙың дөйөм хаҡы 6 миллион һумдан артыҡ сумманы тәшкил итте.
"Атайсал» проектында ҡатнашыусылар ярҙамы менән: Иҫке Мораптал ауылы зыяратына яңы юл түшәү эштәре башҡарылды, Ковалевка ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск яһалды, Яҡшымбәт ауылы мәктәбе заманса материалдар менән кәртәләнде, Үрге Бабалар ауылында «Нур» мәсете төҙөлдө һәм башҡа эштәр башҡарылды. Ошо ҙур эштәрҙе башҡарған барлыҡ меценаттарға рәхмәтлемен.
2022 йылда юлдарға 66,7 миллион һум аҡса йүнәлтелде, шуның 37,6 миллион һумы ремонтҡа бүленде. «Икмәкхана» киҫелешенән Ермолаево ауылына тиклемге участкала Совет, Чкалов, Төньяҡ урамдарын өлөшләтә ремонтлау буйынса эштәр башҡарылды, Заречный тыҡырығы, Привокзальная урамынан зыярат яғына барған йүнәлеш һәм Ермолаево ауылының сөгөлдөр йыйыу пунктына барған юлдар ремонтланды, Иҫке Отрада – Яманғол юлына ҡырсынташ түшәлде, Зәк-ишмәт, Таймаҫ, Керәүле-Илюшкин һәм Отрада ауыл биләмәләрендә урамдарға ҡырсынташ түшәлде. Ермолаево - Маяҡ һәм Түбәнге Бабалар - Ермолаево юлдарына өлөшләтә асфальт түшәлде.
Покровка һәм Яңы Мораптал ауылдарында 2 миллион һумдан ашыу суммаға ике һыу башняһын алмаштырып, һыу торбаларына өлөшләтә капиталь ремонт үткәрелде.
Районыбыҙҙа әле һаман газ булмаған ауылдар, йорттар бар. Быйыл газ үткәреү программаһы сиктәрендә: Ермолаево ауылының Биктимеров, Приуральская, Ватутин урамдарына, Яңы Мораптал ауылының Мәктәп урамына газ үткәрелде. Яңы йылда Яңы Ямаш, Знаменка, Урта Бабалар, Яңы Отрада ауылдарына ла газ үткәреп бөтөргә планлаштырабыҙ. Әлеге ваҡытта Ермолаево ауылында фатирҙарҙы йылытыу системаһы буйынса проект әҙерләнә.Үтеп барған йылда Павловка һәм Арыҫлан-Әмәкәс ауылдарына юғары тиҙлекле интернет үткәреү буйынса эштәр дауам итте. Киләһе йылда ла был йүнәлештәге эштәр дауам ителәсәк.
Оҙаҡҡа һуҙылған бер мәсьәлә бар - Ерволаево ауылындағы бассейн. Ул республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы балансында тора. Төҙөүселәр уны тамамлау эштәренә яҡынлашты, әлеге ваҡытта күҙәтеү органдары асыҡлаған ҡағиҙә боҙоуҙарҙы тәҙәтеү бара. Тиҙҙән, бер нисә айҙан, ниһайәт, бассейн файҙаланыуға тапшырылыр тип өмөт итәм.
Ауыл хужалығы-төбәгебеҙҙең нигеҙе. Быйыл аграрийҙарыбыҙ һәм игенселәребеҙҙең ныҡышлығы һәм тырышлығы менән яҡшы уңыш алынды.
Беҙҙең райондың алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары – «Искра», Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативтары, «Ватан», «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе», «Ит Союзы», «Түкән», «А7 - Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре - ауыл хужалығы продукцияһының төп өлөшөн бирҙе. Усманов Ә.Х., Әҙеһәмов Ф. Ф., Мәзитов И.Р., Хажғәлиев Р. Ф., Туҡаева А. Р., Марфин А. В., Алмашев А. Р., Хәйбуллин Д. М., Малейкин С. В., Исламғолов И. И. фермер хужалыҡтары районыбыҙҙың эске тулайым продуктына тос өлөш индерҙе. Үҫтергән иген уңышын юғалтыуһыҙ ваҡытында йыйып алыуға өлгәштеләр. Көнбағыш культураһы ла ишелеп уңды быйыл.
Республика хөкүмәте ярҙамы менән ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур проекттар тормошҡа ашырылған. «Башҡортостан етештереүселәренең Ит союзы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 2400 баш малға иҫәпләнгән һимертеү майҙансығы төҙөлөп бөттө, ҡорамалдар, ауыл хужалығы техникаһы һәм эре баш мал һатып алынды.
Киров ауыл хужалығы кооперативында малдарҙы һауыҡтырыу һәм мал аҫрау йәһәтенән заманса технологиялар индереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Бер йыл элек бында автоматлаштырылған һауыу залы файҙаланыуға тапшырылды, ә быйыл малдарҙы аҫрау өсөн, быҙауҙарҙы ҡабул итеү һәм үҫтереү өсөн малсылыҡ бинаһы ҡайтанан йыһазландырылды.
Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Усманов Әнүәр Хәким улы инә малдар һанын яңыртыуға етди иғтибар бүлә. Былтыр алып ҡатйҡан 150 баш "Герефорд" тоҡомло һыйырҙары быҙаулаған да инде.
Һөт йүнәлешендә "Искра", "Киров" ауыл хужалығы етештереү кооперативтары Ә.Х.Усмановтың крәҫтиән фермер-хужалығы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Бүкәнбаев С.М. крәҫтиән-фермер хужалығы тоҡомло һыйырҙар һатып алып, һыйыр малы үрсетергә һәм һөт эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләй.
Йыл башынан алып район хужалыҡтары 130,9 миллион һумлыҡ 71 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған. 2023 йыл уңышына ҙур нигеҙ һалынды - 14991 гектар майҙанда ужым культуралары сәселде, 46 мең гектар ер һөрөлдө.
Районда эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙә бөтәһе 490 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, шул иҫәптән – 120 бәләкәй, урта һәм микро предприятиелар һәм 370 шәхси эшҡыуар бар тип иҫәпләнә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн бизнесмендарға һәм үҙмәшғүлдәргә конкурс нигеҙендә субсидия формаһында финанс ярҙам бүленде. 2022 йылда «Көйөргәҙеһөт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Светлана Бүкәнбаева, «Ватан» ауыл хужалығы етештереү кооперативы барлығы 1,6 миллион һумлыҡ субсидия алдылар.
Шулай уҡ районыбыҙҙа шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн адреслы социаль ярҙам күрһәтелә, уның сиктәрендә 11 кеше магазин, юл буйы сервисы, тәгәрмәс монтажлау, маникюр салоны, ағас эше-мебель етештереү өсөн субсидиялар алды.
Уҙып барған йыл спорт һәм мәҙәни ҡаҙаныштарға ла бай булды. Көйөргәҙе районы бөтә спорт төрҙәре буйынса республика һәм бөтә рәсәй ярыштарында әүҙем ҡатнашты.
Саликбаев Марат Булат улының тәрбиәләнеүселәрен, шулай уҡ райондың көслө спорт командаһы - Аҡһары ауылы мәктәбенең физик культура уҡытыусыларының еңеүҙәрен билдәләп үткем килә. Улар белем биреү ойошмалары араһында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә рәсәй физкультура-спорт комплексының (ГТО) ҡышҡы һәм йәйге фестивалдәрендә, республика ҡалалары һәм райондары араһында беренсе урын яуланы.
Табилдина Зарина, Янтураев Глеб, Бикҡузина Дания Башҡортостан республикаһы йыйылма Командаһы составында Ҡырым республикаһының Ялта ҡалаһындағы «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә, ГТО фестиваленең Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашты. Башҡортостан республикаһы командаһы дөйөм команда иҫәбе буйынса икенсе урын алды.
2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, һөнәри белем биреүҙе модернизациялау йылы, Башҡортостан Республикаһында лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителгәйне.
Быға бәйле беҙ: "Яулыҡ-тыныслыҡ символы" халыҡ-ара фестивале, "Ҡышҡы уйындар" милли уйындар байрамы, "Казарла" казак хәрби сәнғәте фестивале, "Һөнәрҙәр Йәйғоро-2022" халыҡ ижады фестивале, "Салаватия - 2022 Бөтә рәсәй арт-симпозиумы," "Йырҙарымда минең күңелем" башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, "Талантида " таланттар шоуы һәм башҡа бик күп саралар үткәрҙек.
Үтеп барған йыл мәғариф өлкәһе өсөн дә уңышлы булды. Уҡытыусылар республика кимәлендә уҙған һөнәри конкурстарҙа призер һәм еңеүсе булды, төрлө олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм призерҙар һаны артты. Быйыл берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға биреүсе уҡыусыбыҙ ҙа бар – Ермолаево ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Софья Селищева (етәксеһе Яковлева Елена Валерьевна).
Ермолаево ауылының 1-се мәктәбенең «Үҫеш нөктәһе» үҙәге уҡыусылары командаһы виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ буйынса республика онлайн конкурсында 3-сө дәрәжә дипломанты булдылар һәм «физика буйынса Башҡортостан Кубогы» Республика турнирының 3-сө дәрәжә дипломанттары булдылар.
Яңы Мораптал ауылының «Үҫеш нөктәһе» үҙәге тәрбиәләнеүселәре Ғүмәров Фидан һәм Мәҡсүтов Рәфис авиамодель спорты буйынса Башҡортостан республикаһы асыҡ беренселеге призерҙары булдылар.
Йыл дауамында райондың мәғариф системаһы эшендә уҡыусыларға гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүгә айырым иғтибар бүленде. Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһында йәш Шайморатовсылар класы асылды, Йәш Армиясылар рәте арта. Район кадеттары "Зарница" республика уйынының зона этабында өсөнсө дәрәжә призерҙары булдылар. Ермолаево ауылының 1-се мәктәбендә йәш инспекторҙар класы асылды ошо уҡ мәктәптә В.Г. Недошивиндың «Герой Партаһы» ҡуйылды.
Барлыҡ ҡаҙаныштарҙы һанап та бөтөрөрлөк түгел! Был көйөргәҙеләрҙең көндәлек тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Ошо ҡаҙаныштар, еңеүҙәр өсөн бөтә район халыҡына, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, коллегаларыма ихлас рәхмәтемде белдерәм. Ышаныс һәм ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, сөнки беҙҙең уңыш һәр ҡайһыбыҙҙың эшенә бәйле. Тыуған илгә файҙа килтереү һәм уның яҙмышы, киләсәге өсөн яуаплылыҡ беҙҙең уртаҡ маҡсатыбыҙ булып тора.
Киләһе йылда беҙҙең алда ҙур бурыстар тора, уларҙы дөйөм тырышлыҡ менән хәл итербеҙ тип ышанам.
Тормош дауам итә. 2023 йылда юлдарҙы төҙөкләндереү, ҡырсын, асфальт түшәү эштәренә бәйле проекттарҙы дауам итербеҙ, Шот паркын төҙөкләндереүҙең осона сығырға тырышасаҡбыҙ. Шулай уҡ, «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» дәүләт программаһы ярҙамында киләһе йылда «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы янындағы паркты төҙөкләндереү планлаштырыла.
2023 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайына депутаттар һайлауы була. Көйөргәҙеләрҙең берҙәмлеге һәм әүҙемлеге һөҙөмтәһендә һайлауҙар ойошҡан рәүештә үтәсәк, тип ышанам.
Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улының Указына ярашлы 2023 йылда башҡорт халҡының күренекле геройы - Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк. Быға бәйле традицион уҡтан атыу буйынса зона конкурсы, шулай уҡ Кинйәабыҙ ауылында ҡурайсыларҙың төбәк-ара фестивале (йыйыны) үткәреләсәк.
Ҡәҙерлеләрем! Ысын күңелдән һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым! Бөтә донъяла Тыныслыҡ булһын! Барығыҙға ла изгелек, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф теләйем! Барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Хөрмәт менән Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы