Новости
15 Март 2023, 09:05

Хәйерле сәғәттә!

Сауҙа министрлығынан килгәндәр. 

Хәйерле сәғәттә!Хәйерле сәғәттә!
Хәйерле сәғәттә!
Ниәттәре изге: юл буйы сервисын яҡшыртырға кәрәк. Дөрөҫ әйтәләр, был йәһәттән, Көйөргәҙе районы әллә ни маҡтана алмай. Оҙон юлда килгән кеше (ә беҙ Ырымбур трассаһында) асығып китепме, арып китпме, туҡтап тамаҡ ялғап, билен яҙып алам тиһә, нимә эшләргә, ҡайҙа туҡтарға тейеш? Анау кәкре ҡайын төбөнәме? Дөрөҫ, "Юлсы" кафеһы бар, уны бөгөн Өфөнән килгәндәр ныҡ маҡтаны, әйткәндәй. Әммә ул берҙән-бер әлегә.
Ошо турала бөгөн, уртаға һалып, һөйләштеләр. Беҙҙең арала ла булдыҡлы егеттәр бар икән: береһе кафе асам тип осона, икенсеһе ҡунаҡхана төҙөйөм тип дәртләнгән. 
Хәйерле сәғәттә, егеттәр, барлыҡ эштәрегеҙ уң килеп торһон. 
Автор:
Читайте нас