+4 °С
Облачно
Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа греко-рим буйынса призлы урындар яуланым. 2019 йылда балалар олимпия уйындарында көмөш призеры булдым. Дөйөм алғанда бөтә Рәсәй ҡалаларын йөрөп сыҡтым тиһәм дөрөҫ булыр. Милли көрәшкә мине Әхәт Әхтәм улы Рафиҡов саҡырҙы. Күнекмәгә күп тә йөрөмәнем, яҡынса 4 тапҡыр барғанымдыр. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ Башҡортостан кимәлендә лә, Рәсәйҙә лә беренселекте бирмәнем. Иң ҙур рәхмәтемде үҙемдең тренерым Григорий Александровҡа һәм мине ошолай ҙур ярыштарға сығарғаны өсөн Әхәт Әхтәм улына еткергем килә.
Ҡазан ҡалаһында үткән ярыш хаҡында материал гәзиттең үткән йома һанында баҫылды.