Все новости
Новости
20 Марта 2023, 09:54

Ул ҡайтты

Ике генә һүҙ, ә эсенә күпме шатлыҡ йәшенгән.

Ул ҡайтты
Ул ҡайтты

Тәү сиратта быны Әсә аңлай. Нисәмә айҙар, улы киткәне бирле, үткәрелгән йоҡоһоҙ төндәр, ҡайҙа барһа ла, ҡайтһа ла, ятһа, торһа ла, башынан китмәгән борсоулы уйҙар...
Улы ҡайтты. Кисә уны Көйөргәҙе районы Уңғар ауылы халҡы, барсаһы сығып, ҡаршы алды. Ағинәйҙәр йыр һуҙҙы, башҡалар шау-гөр килеп, нимәлер һөйләнде, ҡысҡырышты. Шатлыҡ биләп алды күңелдәрҙе, Әсә генә аҙ һүҙле булды. Нимә уйлап, ниҙәр кисергәнен уның күҙҙәренә ҡарап та аңлап була ине.  

Автор:
Читайте нас: