Все новости
Новости
19 Августа , 15:36

Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай!

 Беҙҙең өсөн өлгө булып торған, иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешеләребеҙ - Альмира Тәлғәт ҡыҙы һәм Минимырҙа Сәләх улы ЙӘНБИРҘИНдарҙың иңгә-иң терәшеп, парлы ғүмер итеүҙәренә - 55 йыл.

Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай!
Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай!

Молокан ауылы
Беҙҙең өсөн өлгө булып торған, иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешеләребеҙ - Альмира Тәлғәт ҡыҙы һәм Минимырҙа Сәләх улы ЙӘНБИРҘИНдарҙың иңгә-иң терәшеп, парлы ғүмер итеүҙәренә 55 йыл.
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ шул тиклем тырыш, алсаҡ йөҙөлө, туған йәнле һәм ярҙамсыл, улар беҙгә, өc балаһына ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биреп, матур итеп туйҙар яһап, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Ҡәҙерлеләребеҙ бөгөнгө көндә лә, беҙҙе ҡурсалап, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итеп, изге кәңәштәренән, йылы һүҙҙәренән айырмай йәшәйҙәр. Тыуған йортобоҙҙоң тәҙрәләренән нур балҡып тороуы үҙе ҙур бәхет, унда беҙҙе һәр саҡ атай, әсәйебеҙ һағынып көтөп тора. Беҙ ҡайтыуға атайыбыҙ мунсалар яғып, йорт-ҡураны тәртипкә килтереп әҙерләнһә, әсәйебеҙ йүгереп йөрөп һыйлы табындарын ҡороп тора. Ейән-ейәнсәрҙәре лә олатай, өләсәй, тип өҙөлөп торалар, һәр саҡ ауылға улар янына ашҡыналар.
Ҡәҙерлеләребеҙ һеҙҙе ошо күркәм байрамығыҙ менән ҡотлап, оло рәхмәттәребеҙҙе һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йән һәм күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә киләсәктә лә һеҙгә бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, ҡулға-ҡул тотоношоп, парлы тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен. Иртәләрегеҙ ҡояшлы, уйҙарығыҙ яҡты, күңелегеҙ тыныс булһын. Йөҙөгөҙҙән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелегеҙҙең нуры менән киллер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшәгеҙ, ҡәҙерлеләребеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙәрҙең яҡты, нурлыһын!
Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарығыҙ.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ

Автор:
Читайте нас: