Все новости

ОҘАҠ ЙӘШӘҮҘЕҢ СЕРЕ НИМӘЛӘ?

Районыбыҙҙа етәкселәр тарафынан оло йәштәгеләргә етди иғтибар бүленә, ихтирам да бар. Июлдә 90 йәштәрен билдәләгән инәй-бабайҙарҙы тәбрикләү - быға асыҡ миҫал. Һәр ауыл советы етәкселәре, урындарға сығып, юбилярҙарҙы район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән ҡотлап һәм үҙҙәренең бүләктәрен тапшырып, изге теләктәрен еткереп ҡотлай. Киләсәктә лә был изге эш дауам итәсәк.Июлдә үҙҙәренең 90 йәштәрен билдәләгән инәй-бабайҙарҙы беҙ ҙә юбилейҙары менән ҡотланыҡ һәм оҙаҡ йәшәүҙәренең сере нимәлә икәнлеге менән бүлешергә тырыштыҡ.

Районыбыҙҙа етәкселәр тарафынан оло йәштәгеләргә етди иғтибар бүленә, ихтирам да бар. Июлдә 90 йәштәрен билдәләгән инәй-бабайҙарҙы тәбрикләү - быға асыҡ миҫал. Һәр ауыл советы етәкселәре, урындарға сығып, юбилярҙарҙы район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән ҡотлап һәм үҙҙәренең бүләктәрен тапшырып, изге теләктәрен еткереп ҡотлай. Киләсәктә лә был изге эш дауам итәсәк.

Июлдә үҙҙәренең 90 йәштәрен билдәләгән инәй-бабайҙарҙы беҙ ҙә юбилейҙары менән ҡотланыҡ һәм оҙаҡ йәшәүҙәренең сере нимәлә икәнлеге менән бүлешергә тырыштыҡ.


Мәмбәтҡол ауылында йәшәүсе Сәриә Сабирова үҙенең 90 йәшен билдәләне. Уның был байрамын туғандары, ауылдаштары ололап ҡаршылаған, район хакимиәтенән дә килгәндәр. Ҡотларға килгән ҡунаҡтарҙы ул ихлас ҡаршы алған, үҙ нәҫелен барлаған шәжәрәһен дә, төрлө ҡул эштәрен дә элеп, йорт алдын биҙәп ҡуйған. Сәриә Сөләймән ҡыҙы - 7 баланы аяҡҡа баҫтырған кеше, бөгөн уның 15 ейән-ейәнсәре, 15 бүләһе бар. «Эштән ҡурҡмай, күңел тыныслығында йәшәһәң, шул ул оло бәхет», - ти юбиляр.


Таймаҫ ауылында йәшәүсе Сәбилә Абдуллина инәй ҙә үҙенең 95 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Сәбилә инәйҙең бала сағы ҡаты һуғыш йылдарына тура килә. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙ 1941 – 1976 йылдарҙа тыуған ауылында башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләй. “Балаларым менән бәхетлемен. Улым Рәми ҙә минең юлды һайланы. Ике юғары белемгә эйә булып, тарих һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек дәрестәре алып барҙы, әлегә хаҡлы ялда ул. Ҡыҙым Сәриә лә юғары белем алып, офтальмолог булып эшләп йөрөй. Аллаға шөкөр, икеһе лә матур итеп ғаилә көтә. Улар мине ҡыуандырып торған һайын, ғүмерем оҙая”, - ти инәй. Сәбилә Мәһәҙи ҡыҙы бәхетле өләсәй генә түгел, ә хәстәрлекле өләсәй ҙә. Оло йәштә булһа ла, инәйҙең өйөндә һәр саҡ тәртип һәм йылылыҡ бөркөлөп тора. Хеҙмәт һәм тыл ветераны, тыл эшсәне булған инәй “Маҡтаулы хеҙмәт өсөн”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” кеүек күп һанлы миҙалдар һәм Почет грамоталары менән дә бүләкләнгән.


Миниһаян Мөхәмәтйәнова инәй Зәк-Ишмәттә тыуып үҫкән. Ул ғүмер буйы “Ҡыҙыл шар” совхозында бар эштә лә тырышып эшләгән. Быны иҫбатлаған төрлө Почет грамоталары, миҙалдары бихисап. Хеҙмәт ветераны ла ул Миниһаян Ғәбсаттар ҡыҙы. “Миниһаян инәй гәзит-журналдар уҡырға ныҡ ярата ине, хәҙер күҙҙәре насарайғас, бик уҡый алмай. Оло йөрәкле инәйем һылыуын һәм уның ҡыҙы мине ҡарап үҫтерҙе. Үҙе бер ҙә кейәүгә лә сыҡманы, бала ла тапманы. Инәйемде хәҙер үҙем тәрбиәләйем. Көнөнә ике тапҡыр барып йылы аш ашатып, булған эштәрен башҡарып китәм. Күршеләре лә кереп ярҙам итеп тора. Нимә һорай, барыһын да алып биреп торам, ул мине ҡарап үҫтергәс, нисек инде уны ҡарамайым? Оҙаҡ йәшәү сере күңеленең саф булыуындалыр, тип уйлайым”, - ти Нурания Кәримова үҙен ҡарап үҫтергән инәйе Миниһаян тураһында.


“Серек бәрәңге, үлән ашап үҫтек. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡманыҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр бит, күп эшләгәнгә лә оҙаҡ йәшәйемдер”, - ти 90 йәшен билдәләгән Кинйәбай ауылында йәшәүсе Тәклимә инәй Кинйәбулатова.

- Әсәйем һыйыр ҙа һауҙы, ҡарауылсы ла булды, сөгөлдөр ҙә утаны. Бар ғүмере эш менән үтте, бер ҙә бушаманы. Бала сағымда төндә уянып китһәм, һәр саҡ әсәйемдең кер йыуып йөрөгәне иҫемдә. Бер үҙе булһа ла, тырышып донъя көттө. Өс балаһын матур итеп тәрбиәләне, етмәһә, апайым ситкә сығып киткәс, уның да өс балаһын ҡарап үҫтерҙе”, - ти хеҙмәт ветераны булған Тәклимә Әхмәҙулла ҡыҙы тураһында ҡыҙы Минзира Хисамова.


Тимербай ауылында йәшәүсе Маһиямал Батырова ла үҙенең юбилейын ихлас ҡаршылай. “Аллаға шөкөр, күҙем күрә, ҡолағым ишетә, таяҡҡа таянып булһа ла, үҙем йөрөйөм. Минең өләсәйем дә, әтием, әнием дә оҙаҡ йәшәнеләр, бәлки, шуға миңә лә Хоҙайым оҙон ғүмер биргәндер. Бер ваҡытта ла кешеләр менән талашып йөрөмәнем, киреһенсә, үҙ кәңәштәремде биреп, ярҙам итергә тырыштым. Беҙгә уҡыу эләкмәне. Һуғыш ваҡытында ураҡта йөрөнөм, аҙаҡ колхозда, совхозда эшләнем. Биш балаға ғүмер бүләк иттем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улым 31 йәшендә генә вафат булды. Әле кесе улым Наил һәм киленем Лена менән бергә йәшәйбеҙ. Уларға ҙур рәхмәт, ныҡ хөрмәт итәләр. Свобода ауыл советынан килеп ҡотлап киттеләр, иғтибарҙары өсөн рәхмәтлемен. Форсаттан файҙаланып “Юшатыр”ҙарға ла уңыштар теләйем әле. Гәзитте яратып уҡыйым, бик оҡшай”, - ти Маһиямал Шакир ҡыҙы.


Нәжиә Зәйнәғәбдинова үҙенең юбилейын Свободалағы ҡарттар йортонда ҡаршы алды. Ғүмер буйы совхозда эшләгән инәйҙең балалары юҡ. Бер туған апаһын ҡараған ул, үткән йыл берҙән-бер яҡын кешеһе яҡты донъянан киткәс, ҡарттар йортона бара.


“90 йәш ул күп ғүмер. Дуҫлыҡта, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәүҙәлер оҙон ғүмерле булыуҙың сере”, - ти Молокан ауылынан булған хеҙмәт ветераны Петр Чернов. 13 йәшенән тракторсы, шофер булып эшләгән Петр Прохорович үҙ ғүмерендә бер ҙә тәмәке тартмаған.

- Атайым - ныҡ эшһөйәр, тырыш, грамоталы кеше. Уны ауылда ныҡ хөрмәт итәләр. Беҙ бала саҡта бер ниндәй хикмәт күрмәй үҫтек. Дүрт балаһы бар. Нимә һораһаҡ та, һәр саҡ алып бирҙе. Беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк иткәне өсөн атайыбыҙға рәхмәтлебеҙ”, - ти ҡыҙы Валентина.


“Бер ҙә генә тик тормай әсәйебеҙ беҙҙең, эшсән кеше, гел хәрәкәттә”, - ти Фәрхиямал Казбулатова хаҡында ҡыҙы Сания.

Фәрхиямал Ғайса ҡыҙы ғүмер буйы фермала һауынсы булып эшләгән. Түбәнге Бабалар ауылында матур донъя көтә. Дүрт ҡыҙы булғанына һөйөнөп йәшәгән инәй һәр саҡ хәрәкәттә булғанға ла оҙон ғүмер биргәндер Хоҙай үҙенә.



“Ныҡ асыҡ, ҡунаҡсыл, шаян, ярҙамсыл кеше ул. Һәр саҡ, Хоҙай бар ул, ти ҙә намаҙҙар, аяттар уҡып ултыра. Бер бөртөк улына ла яҡшы тәрбиә бирә, аҡыллы итеп үҫтерә белгән. Кешеләрҙе ярата белә, ярҙам итергә әҙер генә тора. Кешеләр рәхмәте төшәлер үҙенә, шуға ла бәхетле оҙон ғүмер кисерәлер, тип уйлайым”, - ти Роза Усманова хаҡында килене Рәмзиә.

Ҡансыра ауылында йәшәүсе Роза Шәрәфетдин ҡыҙының тормошо еңелдән булмаған. Бер эштән дә ҡурҡмаған хеҙмәт ветераны тәүҙә “Куйбышев исемендәге” аҙаҡ “Күмертау” тип аталған совхозда быҙау ҡараусы, келәт мөдире булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элек өйө янғанда барлыҡ миҙалдары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары ла юҡҡа сыҡҡан.


Яҡшымбәт ауылындағы күп йорттарҙы, һарайҙарҙы төҙөгән, тәҙрә рамдары һәм башҡа күп нәмәләр яһаған балта оҫтаһы Ҡотдос Түләков та үҙенең юбилейын ҡаршылай. 12 йәшенән колхозда эш башлаған тырыш үҫмер ғүмер буйы балта оҫтаһы була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, 15 йыл балалар баҡсаһында ҡарауылсы булып эшләй. “Юморист кеше ул. Һәр саҡ алсаҡ, бар кеше менән дә мөнәсәбәте яҡшы уның”, - ти ауылдаштары Ҡотдос бабай хаҡында.

“80 йәшкә тиклем велосипедта йөрөнөм, саңғыла шыуҙым. Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә ныҡ яраттым. Хәҙерге йәштәр ҙә ололарҙы ололай, кеселәрҙе кеселәй белһәләр, минең кеүек оҙон ғүмерле булырҙар. Мине хөрмәтләп байрамым менән ҡотлағандары өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, Яҡшымбәт ауыл советы хеҙмәткәрҙәренә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путинға рәхмәтлемен. Барыһы ла татыулыҡта йәшәһендәр”, - ти Ҡотдос Шәкүр улы.


Яңы Таймаҫ ауылында ғүмер итеүсе Антонида Беликка ла ошо көндәрҙә 90 йәш тула. Тормош иптәше Михаил менән 50 йыл бергә бәхетле ғүмер кисергән был ғаиләлә өс ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Антонида Григорьевна 30 йылдан ашыу “Таймаҫ” совхозында быҙау ҡараусы булып эшләй. “Яҡындарымдың, туғандарымдың, балаларымдың иғтибарын тойоуҙалыр ғүмеремдең оҙонлоғо. 10 ейән-ейәнсәрем, 16 бүлә-бүләсәрем менән бәхетлемен”, - ти хеҙмәт ветераны, тыл эшсәне. Антонида Белик “Әсәлек даны” миҙалы, бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнгән.



Зоя Фролова Красный Восток ауылында ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән. “Бер бөртөк улым Юрий мине ныҡ тәрбиәле ҡарай, бәлки, шуға ла оҙаҡ йәшәйемдер. Шулай уҡ беҙҙең ауыл янында урман, таҙа саф һауа, бының да үҙ йоғонтоһо барҙыр”, - ти 90 йәшлек Зоя Андреевна.
Читайте нас: