Все новости

ҘУРЛАҒАНДАРЫНА РӘХМӘТ

Шәбағыш ауылында йәшәүсе Фәүзиә Әминова инәй ҙә үҙенең 90 йәшен тултырҙы. Фәүзиә инәй, оло йәштә булһа ла, һаман әүҙем. Һәр саҡ уңған, өлгөр ҡатын Һатыусы ла, һауынсы ла булып эшләгән һәм башҡа күп эштәрҙе лә тырышып башҡарған. Инәй үҙенең ете балаһы менән бәхетле.

Оло юбилейы уңайынан Фәүзиә инәйҙе ҡотларға ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова ла килгән. Ул илебеҙ президенты Владимир Путиндың һәм районыбыҙ хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың изге теләктәре яҙылған хаттарҙы һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

- Оло кешене ололай белеп ҡотларға килгәндәре өсөн Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙына ҙур рәхмәт. Шулай уҡ Рәсәй президенты менән районыбыҙ башлығының ҡотлау һүҙҙәрен алыу ҙа ҙур ҡыуаныс булды. Ғөмүмән, мин ейән-ейәнсәрҙәремә, бүлә-бүләсәрҙәремә ҡарайым да үҙемде иң бәхетле кешелер тип хис итәм”, - ти 90 йәшен тултырған Фәүзиә Әминова.

Читайте нас: