Все новости

ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӨЛӨП ТОРА

Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Әбдрәхимова инәй ҙә үҙенең 85 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.

Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Әбдрәхимова инәй ҙә үҙенең 85 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.

Һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улы вафат булған. Оло йәштә булһа ла, инәйҙең өйөндә һәр саҡ тәртип, һәм был өй эсенән йылылыҡ бөркөлөп тора. Рәшиҙә инәй тик ултырырға яратмай: ҡораманан матрас, юрғандар тегә. Һәр бер ейән-ейәнсәренә бирнә әҙерләп бүләк итә. Юбилей көнөндә биш ҡыҙы, бер улы, кейәүҙәре, килене, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен ҙурлап, табын ҡорҙо. Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов та бындай күркәм юбилейҙан ситтә ҡалманы: Рәшиҙә инәйгә йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ауылыбыҙҙың ағинәйе Йәннәт Аҡһарова, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы Ләлә Боҫҡанова шулай уҡ юбилярҙы өйөнә барып ҡотланы. Рәшиҙә инәй уларға теләктәр теләп, рәхмәттәр уҡып ҡалды.

Зарима БОҪҠАНОВА
Ҡотлоюл ауылы


Читайте нас: