Абдул ауылында Ололар байрамы бик шәп үтте. Клуб мөдире Юлиә Ниғмәтуллина матур итеп концерт әҙерләгән. Ләйсән Әҙеһәмова, Ғәлиә Ниғмәтуллина, Лилиә Усманова ололарҙы тәмле аш-һыу менән һыйланы. Айҙар Хөснөтдинов моңло йырҙарын бүләк итте, гармунда дәртле көйҙәр уйнап, бөтәһен дә бейетте. Ололарҙың барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп, оҙаттылар.
Шулай уҡ уҡытыусылар ойошторған йәрминкә лә гөрләп торҙо. Бында балалар баҡсала үҙҙәре үҫтергән уңыштарын, башҡа төрлө тәмле-тәмле әйберҙәрен һаттылар. Рәфил Юлдашев икмәк бешереп алып килгән, ә Илмир Ниғмәтуллин үҙ ҡулы менән эшләгән биҙәкле таҡталары, Айзилә Рәжәпова татлы балдары менән, Вадим Мавлютшин тәмле ҡоймаҡтары, тоҙло йәшелсәләре менән йәрминкәне биҙәне. Балалар күп ине сарала, уларҙың барыһын да яҙып бөтөп кенә булмай. Ҡыҫҡаһы, бик күңелле, бик матур үтте байрам.