ИХТИРАМ, ЙЫЛМАЙЫУ — ИҢ ҘУР БҮЛӘК

Ғүмер тигәнең ашыға-ашыға алға елә.

Ғүмер тигәнең ашыға-ашыға алға елә. Бер аҙ туҡтап, артҡа ҡарап уйланып, иҫтәлектәргә бирелеп ултырырға ла ваҡытыбыҙ ҙа, мөмкинселегебеҙ ҙә юҡ кеүек. Ә бына Ололар көнө уңайынан Абдул урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары ауылыбыҙҙың иң оло инәйҙәре 90 йәшлек Миңзифа инәй Байғужинаның һәм 85 йәшлек Өмөгөлсөм инәй Рахманғоловаларҙың хәлдәрен белеп, байрам менән ҡотлап сәскәләр бүләк итеп ҡайтты. Иҫтәлектәр тыңларға ла, уйланып алырға ла ваҡыт таптылар. Кешегә күп кәрәкме инде, бигерәк тә ололарға һәм балаларға. Ололар балаларҙың иғтибарына күңелдәре ирәйеп ҡәнәғәт ҡалһалар, балалар уларҙың аҡыллы кәңәштәрен тыңланы, ауыр йылдарҙа уҙған бала саҡ, йәшлек хәтирәләренән үҙҙәренә һабаҡ та алғандарҙыр. Инәйҙәр бер ҙә зарланып ултырмайҙар, балалар менән ихлас аралаштылар. Алда әйткәнсә, барыбыҙға ла күп кәрәкмәй бит. Иғтибар, ихтирам һәм йылмайыу — иң ҙур бүләк, донъялар йәмләнеп, күңелдәр сафланып китә.
Читайте нас