Беҙ, Яҡшымбәт урта мәктәбе интернатында тәрбиәләнеүсе уҡыусылар, Ололар көнө уңайынан Миңниса Исхаҡова инәйҙең хәлен барып белдек. Уға сәскәләр гөлләмәһе һәм сәй эсергә тәмлекәстәр алып барҙыҡ.
Миңниса инәй беҙҙе бик шатланып ҡаршы алды. Уға тиҙҙән 95 йәш тулырға торһа ла, ул беҙ бүләк иткән сәскәләр кеүек (күҙ теймәһен) матур әле. Миңниса инәй беҙҙең менән бик фәһемле һәм ғибрәтле хәтирәләрен уртаҡлашты. Ручкаһыҙ, ҡәләм менән гәзит биттәренә яҙып, аслы-туҡлы уҡыуҙары тураһында һөйләгәндә беҙҙең күҙҙәргә йәштәр тулды. Инәйҙең теле оҫта: төрлө ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашып, кәйефебеҙҙе күтәреп ебәрҙе. Ул дингә бик ныҡ ышана, доғалар уҡыуым ошо йәшкә етергә ярҙам итте, ти. Инәй менән аралашҡандан алған тәьҫораттар бик оҙаҡ һаҡланыр беҙҙең хәтерҙә. Ошо осрашыуҙы ойошторған Зөлфиә Салауат ҡыҙы Ғәлиеваға ҙур рәхмәт.