Зәк-Ишмәт ауылының ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл советы хакимиәте, мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергәләшеп бик йәмле итеп Ололар көнө байрамын үткәрҙек.
Мәктәптә уҙғарылған байрам сараһы был юлы ла бик ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Ауылдаштарыма шул тиклем рәхмәтлемен, барыһы ла айт тигәнгә тайт тип кенә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар. Байрамға барыһы ла бешеренеп алып килгәндәр. Хатта, оло йәштәгеләр үҙҙәре лә тәм-томдарын тотоп килгән. Концерт программаһын ҡарағас, күмәкләшеп, тәмләп тороп сәй эсеп алдыҡ. Оло йәштәгеләрҙән шундай йылылыҡ бөркөлә, шундай матур итеп кейенеп килгәндәр. Улар менән рәхәтләнеп аралаштыҡ, һәр һүҙҙәрен йотлоғоп тыңланыҡ. Силсәүит башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов байрам менән ҡотлап, йылы һүҙҙәрен әйтте, юбилярҙарға, тыуған көндәрен билдәләүселәргә открыткалар өләште. Күңелдәребеҙ булып таралыштыҡ. Барыһына ла, ойоштороу эштәрен башҡарған силсәүит хеҙмәткәрҙәренә лә, мәктәп директоры Әлфиә Рәхимоваға ла оло рәхмәт әйтәбеҙ.