Все новости

КҮҢЕЛДӘРЕН КҮРҘЕК

Тимербай ауылында Ололар көнө үткәрҙек. Бар булған өлкән йәштәге ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡотларға Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова килде.

Тимербай ауылында Ололар көнө үткәрҙек. Бар булған өлкән йәштәге ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡотларға Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова килде.


Ололарыбыҙҙың күңелен күреп, концерт номерҙары әзерләнек. Рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ ауылыбыҙҙың талантлы йырсыларына: Рәйсә апай Әкбәроваға, Фәриә апай Тазетдиноваға, Флүрә апай Килмәтоваға, Лена Мансур ҡыҙына, Әлфирә Рауил ҡыҙына hәм беҙҙең гармун оҫталарына: Зөфәр Килмәтов менән Фәрит Килмәтов абыйҙарға.

Спонсорҙарыбыҙ Юнир Юрик улы Әкбәров, Рәүилә Ғиззәтулла ҡыҙы Килмәтова, Наил Ғибәҙулла улы Бикҡоловҡа рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Улар ярҙамында аш-һыу, һый-хөрмәт әҙерләп, ҡунаҡтарыбыҙҙы һыйлап, аҙаҡ дискотека үткәреп, күңел астыҡ.
Читайте нас: