Оло йәштәгеләр үҙҙәре лә байрамға буш ҡул килмәгән, һәр кем үҙе менән тәмлекәстәр алып килгән. Улар табын артында рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙы, күңел түренән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр, ә Зилиә Күсәрбаева шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Йырҙар йырлап күңел асырға ла онотманылар. Күңелдәре булған инәй-бабайҙар байрам ойоштороусы ауыл әүҙемдәренә, мәктәп директорына, ағинәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙар советына оло рәхмәттәрен әйтеп, киләһе йылда тағы ла осрашырбыҙ, тип таралыштылар.