«Искра» хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин колхозда эшләп хаҡлы ялға киткән пенсионерҙарға бүләк әҙерләгән. 75 йәшлек юбилейҙарын билдәләүсе Нурис Боҫҡановҡа, Фәриә Насироваға һәм миңә, 80 йәшлек Ғәлиә Кинйәкәева менән Гөлсирә Йәнсәйетоваға ауыл советы хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ балалар баҡсаһында, ФАП-та эшләгән пенсионерҙарға бүләктәр булды. Балалар әҙерләгән матур концерт программаһын ҡарағас, мәктәп ашханаһында сәй эстек, йырлашып ултырҙыҡ. Ошо байрамды үткәреү өсөн ярҙам итеүсе спонсорҙар Сәриә Рафиҡова, Фәнис Рафиҡов, Рәфил Искәндәров, Булат Еленкин, Рим Бәшировтарға оло рәхмәт әйтәбеҙ.