Все новости

ЙЫЛДАҒЫСА ҠАРШЫ АЛДЫҠ

Беҙҙең Кинйәабыҙ ауылында Ололар көнөн йылдағыса бик матур итеп ҡаршы алдылар.

Беҙҙең Кинйәабыҙ ауылында Ололар көнөн йылдағыса бик матур итеп ҡаршы алдылар. Байрамға ҡарттар берҙәм йыйылды.

Клуб мөдире Розалия Хәлилова һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфиә Рахманғолова етәкселегендә балалар бик шәп концерт програмаһы күрһәтте. Концертта балалар ғына түгел, ололар ҙа үҙҙәренең таланттары менән һоҡландырҙы. Розалия Хәлилова менән элекке уҡытыусы Рәмзиә Ғиләжева йыр-моңдары менән халыҡты ҡыуандырҙы. Аҙаҡтан ололарҙы бай табынға саҡырып, бик тәмле итеп һыйланылар. Аш-һыу әҙерләүҙә Розалия Хәлилова, Гөлфиә Рахманғолова, Әлфиә Рахманғолова, Рәмзиә Ғиләжева уңғанлыҡ күрһәтте. Был эштә фермерҙарыбыҙ Фәнис Рахманғолов, Айҙар Зәйнәғәбдинов, Таһир Килмәтов бик ҙур ярҙам итте. Ололар көнө менән Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова килеп, матур итеп ҡотланы. Байрамға йыйылған халыҡ ҙур ризалыҡтарын белдереп, рәхмәттәрен әйтеп ҡалды.
Читайте нас: