Һыйҙан һығылып торған өҫтәл, иҫ китмәле һоҡланғыс концерт әҙерләнелгән. 80 йәшлек юбилярҙарыбыҙ Илгиз Рыҫҡолов, Өлфәт Шәмсетдинов, Зөбәржәт Бикмөхәмәтоваға, 85 йәшлек юбилярҙарыбыҙ Фирҙәүес Кутузова, Мөһрә Сәйәховаға бүләктәр әҙерләгәндәр. Рәхәтләнеп һөйләшеп, һыйланып, концерт тыңлап, үҙебеҙ ҙә рәхәтләнеп йырлап, көлөшөп, бейешеп күңел астыҡ. Ошо матур байрамды ойоштороуға спонсор булараҡ матди һәм аҡсалата ярҙам күрһәткән уңған эшҡыуар ир-егеттәребеҙ Айрат Әлмөхәмәтовҡа, Азамат Зәбировҡа, Илья Беликка, Владимир Кислицынға, Сергей Поляевҡа, шулай уҡ эшҡыуар гүзәл затыбыҙ Гөлнур Абдуллинаға, «Юлдаш» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Юлай Юлдыбаевҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткергебеҙ килә. Фәрит Рыҫҡоловҡа айырым рәхмәт әйтәбеҙ, сөнки ул, фермер булмаһа ла, йыл һайын Ололар көнөнә арналған байрамда беҙҙе бал менән һыйлай.
Был күркәм сараны матур итеп әҙерләп, бар күңелдәрен, ихласлыҡтарын һалған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Альбина Килмәтова, Ләлә Исмәғилова, Фәрит Юлтаев, Фәнүзә Әбйәлиловаға, ҡатын-ҡыҙҙар советына, Ильяс Юлдыбаев етәкселегендәге Таймаҫ ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә шулай уҡ оло рәхмәт әйтәбеҙ.