Все новости

ЙЫРЛАНАҺЫ ЙЫРҘАР БАР ӘЛЕ!

Алтын көҙҙөң матур бер мәлендә, Ололар көнөн билдәләйбеҙ.

Алтын көҙҙөң матур бер мәлендә, Ололар көнөн билдәләйбеҙ.


Алтын көҙ... Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө — ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки сыуаҡлы, мул һутлы, емештәре өлгөргән матур ғүмер миҙгелен кисерә төҫлө беҙҙең ауылыбыҙҙың инәй-бабайҙары. Үҙ тормош йомғаҡтарын һүтеп, матур хеҙмәт юлын үтеп, күптәргә өлгө булырҙай ололарыбыҙ күп ауылда. Олоғайған көндәрендә уңыштарын барлап, тәжрибәләрен балаларына, йәштәргә йомарт өләшеп йәшәйҙәр улар. Шуныһы ҡыуаныслы — был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Байрам хөрмәтенә «Йырланаһы йырҙар бар әле» тип аталған йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләнек. Ололарыбыҙҙы байрам менән ҡотлап, Мораптал ауыл хәкимиәте исеменән, эштәр менән идара итеүсе Рәғиҙә Нафиҡова йылы һүҙҙәре менән изге теләктәрен еткерҙе. Ауылыбыҙ «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Хәмдиә Рәшитова оло быуын кешеләренә һаулыҡ, бәхет, именлек, уларҙың йәштәр өсөн өлгө лә, терәк тә булыуҙарын теләне һәм ололар көнөнә бағышлап яңы йыр башҡарҙы. Шулай уҡ байрам сараһында юбилярҙарҙы ҡотлап китеү, уларға йырҙар, бейеүҙәр бағышлау һәм бүләкләү изге йолаға әүерелде. Музыкаль бүләктәрҙе көтмәгәндә балалары, ейәндәре башҡарыу, юбилярҙар өсөн икеләтә шатлыҡҡа әйләнде. Ололарыбыҙ байрамда сығыш яһаған һәр артистарыбыҙҙы көслө алҡыштарға күмеп, рәхмәттәрен еткерҙе.

Сара Ағинәйҙәр әҙерләгән сәй табыны менән тамамланды. Байрамға оло инәйҙәребеҙ ҙә буш ҡул менән, әлбиттә, килмәнеләр, кемеһе ҡоймаҡ, кемеһе бәлеш бешереп байрам табынын йәмләнеләр. Йырланаһы йырҙар сәй табынын да йәмләне, оло инәйҙәребеҙ боронғо йырҙарын йырлап ишеттереп барыбыҙҙы һоҡландырҙы Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!
Читайте нас: