Все новости

ҠӘҘЕР-ХӨРМӘТ — ҮҘЕ ҘУР БӘХЕТ

Түбәнге Бабалар ауылында йәшәүсе Хәсбиямал Солтан ҡыҙы Ишмөхәмәтова быйыл 90 йәшен тултырып, унынсы тиҫтәгә аяҡ баҫты. Ошо оло юбилейы менән уны ҡотларға тип, Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов Ишмөхәмәтовтар йәшәгән йортҡа килде.

Хәсбиямал инәй ғүмере буйы яңғыҙы үҙ аллы донъя көтөп, берҙән-бер ҡәҙерле улы Закирҙы тәрбиәләп үҫтергән, күҙле-башлы иткән. Ул үткән быуаттың 50-се йылдарынан алып пенсияға сыҡҡансы «Көйөргәҙе» совхозында һауынсы булып эшләгән. Инәй ныҡ олоғайыу сәбәпле, хәҙер уны Закир улы менән Зөбәйҙә килене, үҙ яндарына алып, бик матур итеп ҡарайҙар, ҡулдарынан килгән бар хөрмәт-ихтирамды күрһәтәләр.

Юнир Ирек улы Хәсбиямал Солтан ҡыҙына РФ Президенты Владимир Путиндың, Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың, шулай уҡ Яҡшымбәт ауыл советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы, юбилярға картинка менән сәскәләр шәлкеме бүләк итте, уға оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек теләне.
Читайте нас: