Все новости

БЕР ЮЛЫ ИКЕ ЮБИЛЯР

Ошо көндәрҙә Яңы Муса ауылында йәшәүсе Гөлзифа Вәлиева һәм Рәйсә Бүләкова үҙҙәренең 90 йәшлек юбилейҙарын ҡаршылай.

Ошо көндәрҙә Яңы Муса ауылында йәшәүсе Гөлзифа Вәлиева һәм Рәйсә Бүләкова үҙҙәренең 90 йәшлек юбилейҙарын ҡаршылай.

Уларҙы оло юбилейҙары менән ҡотларға тип, кисә Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов менән эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова улар йәшәгән йортҡа килде. Юбилярҙарға улар РФ Президенты Владимир Путиндың һәм Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың иң изге теләктәре яҙылған ҡотлау хаттарын тапшырҙылар. Шулай уҡ Гөлзифа Хәбибрахман ҡыҙы менән Рәйсә Нәбиулла ҡыҙына Тимур Насибулла улы ныҡлы һаулыҡ, тыныс ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләп ауыл хакимиәте исеменән дә бүләктәр бирҙе.

Гөлзифа инәй менән Рәйсә инәй уларҙың үҙҙәренә изге теләктәр теләп, үҙҙәрен ололағандары, ҙурлағандары, изге эш менән килгәндәре өсөн ҙур рәхмәттәр әйтте, артабанғы эштәрендә уңыштар теләне.
Читайте нас: