Все новости

Йылы һүҙ - йəн аҙығы

Боронғолар шулай тигән. Ысынлап та, олоғайған көнөңдә ҡәҙер-хөрмәт күреү, ҡолаҡты иркәләгән матур ҡотлау, һаулыҡ теләү һүҙҙәре ишетеүҙән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡтыр ул. Яҡшымбәт ауыл хакимиәте, һәр саҡ ошоно иҫендә тотоп, оло быуын вәкилдәрен юбилейҙары менән ҡотлап бара. Был хәҙер матур бер йолаға әүерелде. Яңыраҡ ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов Сәйфулла Хәмәтғәли улы Йосоповҡа, Фәрит Закир улы Бикмаевҡа 90 йәшлек оло юбилейҙары менән ҡотлап РФ Президенты Владимир Владимирович Путиндан, Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясовтан ҡотлау хаттары, Яҡшымбәт ауыл хакимиәтенән Рәхмәт хаты һәм бүләктәр тапшырҙы. Быйыл 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе Ришат Камалетдин улы Сәйфетдиновҡа ла Юнир Ирек улы ауыл хакимиәте исеменән ҡотлау хаты һәм бүләк бирҙе, юбилярҙарҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, имен, тыныс тормош теләне.

Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: