Все новости

«Иҫән саҡта йәшәп ҡалырға кәрәк»

Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө алдынан Свобода ауылындағы ҡарттар йортона барып, уларҙың хәлдәрен белешеп ҡайтмайынса бер ҙә генә булдыра алманыҡ.

Ҡарттар йортонда әлеге көндә республиканың төрлө райондарынан йыйылған 37 оло йәштәге кеше йәшәй. Уларҙың 17-һе түшәктә ятыусылар. Бындағы ҡарттарҙың һәр береһен төрлө яҙмыш елдәре бында ташлаған. Кемеһенеңдер балалары юҡ, ҡайһылары балаларына мәшәҡәт һалмайбыҙ, тип үҙҙәре үк бында килгән. «Балаларҙың ваҡыттары юҡ беҙҙе ҡарарға, үҙҙәренең эштәре, проблемалары күп», - тип ул-ҡыҙҙарына бер ҙә генә һүҙ тейҙергеләре килмәй уларҙың. Ҡайһы берҙәренең балалары килеп, атай йә әсәйҙәренең хәлдәрен белешеп, күстәнәстәрен килтереп тә тора, ә ҡайһы берәүҙәрҙең балалары бер тапҡыр ҙа килеп күренмәй икән. «Балалары килгәндәргә башҡалар көнләшеп ҡарай, ғәҙәттә», - тиҙәр ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәре.

- Һеҙ бында нисә йыл инде хәҙер? - тип һорайбыҙ 73 йәшлек Зиннур Шәмсетдиновтан.

- Бына октябрҙә 8 йыл була инде.

- Апаруҡ ҡына йәшәп ташлағанһығыҙ. Оҡшаймы бында, ҡыйын түгелме?

- Юҡ, ҡыйын түгел. Бында йәшәү оҡшай. Хеҙмәткәрҙәр алсаҡ, гел ярҙам итеп торалар. Һәр саҡ табиптар күҙәтеүе аҫтындабыҙ. Бушлай дарыуҙарын, уколдарын алып торабыҙ. Исемлектә булмаған ҡайһы бер дарыуҙарҙы ғына үҙебеҙгә һатып алырға тура килә. Пенсиябыҙҙың ҡалған 2800 һум тирәһен шул кәрәкле дарыуҙарға, тәмәкегә, бүлмәлә сәй эсер өсөн тәм-томға тотонабыҙ.

- Үҙегеҙ ҡайһы яҡтан булаһығыҙ?

- Ғүмерем буйы Ҡаҙағстанда йәшәнем. Шунда киномеханикка уҡыным һәм һөнәрем буйынса эшләнем. 1970 йылдарҙа Йомағужа ауылынан кәләш алып, кире Ҡаҙағстанға киттек. Ҡартайғас инде, кире был яҡтарға ҡайттыҡ. Әбейем мәрхүм булғанға 18 йыл инде. Балалар бар, уларҙың үҙ мәшәҡәттәре күп, ваҡыттары юҡ. Килеп торалар былай.

- Янығыҙҙа әбейҙәр ҙә байтаҡ, бында мөхәббәтегеҙҙе тапманығыҙмы?

Бабай мәғәнәле итеп йылмая, әммә өндәшмәй. Янында торған тәрбиәсе асыҡлыҡ индерә:

- Нисек булмаһын, мөхәббәте бар. Бер әбей менән ғишыҡтары булды. Уныһын балалары алып ҡайтып киткәс, үлеп ҡуйҙы, тик бабай оҙаҡ ҡайғырып йөрөмәне, икенсеһен тапты.

Бабай телгә килә:

- Иҫән саҡта йәшәп ҡалырға кәрәк.

Зиннур ағайҙың бүлмәләше, 73 йәшлек Риф Ғөбәйҙуллин Ҡунаҡбай ауылынан.

- Йәшләй генә Үзбәкстанға сығып киткәйнем. 2001 йылда тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым. Ҡатыным украинка ине, ул балалар менән Украинаға ҡайтып китте. Йәш саҡта һиҙелмәһә лә, ҡартайғас тыуған яҡтар барыбер үҙенә тарта икән. Шулай итеп беҙ ҙә һәр беребеҙ үҙенең тыуған иленә таралыштыҡ. Бында йәшәүе рәхәт, яңғыҙ түгелбеҙ, һөйләшергә, әңгәмәләшергә кеше бар. Буш ваҡытыбыҙҙа бергәләп бильярд, кәрт, шашка уйнайбыҙ, телевизор ҡарайбыҙ, - ти ул.

Ҡарттар йортонда әбейҙәргә ҡарағанда бабайҙар күберәк икән. Мәләүез ҡалаһынан килгән Александр Павловтың да хәлен белеп сыҡтыҡ. Уға 72 йәш. Беҙ кергәндә ул тырышып-тырмашып сканворд сисә ине. «Бында йәшәүе рәхәт, бөтә шарттар бар, тик барыбер Мәләүезгә ҡайтҡы килә бит. Арендаға фатир алып булһа ла шунда йәшәр инем», - ти ул.

Үҙенең бүлмәһендәге өҫтәл артында гәзит-журналдар ҡараштырып ултырған Ираида Аксаеваны яҙмыш елдәре Дүртөйлө тарафтарынан бында ташлаған. 60 йәшлек һаңғырау-телһеҙ ҡатынды балалары ҡарарға теләмәгән.

«Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит. Бында йыйылғандарҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы. Бер-береһенә оҡшамаған 37 яҙмыш. Ҡулдан килгәнсе уларҙың барыһына ла ярҙам итәбеҙ, ҡартлыҡ көндәрен әҙерәк булһа ла биҙәргә, аҙға ғына булһа ла ауырыу-сирҙәренән арындырырға тырышабыҙ», - тип оҙатып ҡалды беҙҙе оҙаҡ йылдар бында эшләгән медицина хеҙмәткәре Әлфиә Зиннур ҡыҙы Абдулова.

Йәшлек нисек тә үтә, ҡартлығың тыныс булһын, – тип ҡабатларға ярата өлкәндәр. Ысынлап та, йәш, һау саҡта хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр юҡ. Ә бына ғүмер үтә бара, ҡасандыр анһат ҡына күренгән ваҡ-төйәк эште башҡарыу ҙа ҙур көс талап итә. Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә өлкән йәштәргә ҡараш та үҙгәрҙе. Йәштәрҙең күбеһе олоғайған ата-әсәһен, ҡайны-ҡәйнәһен ҡарауҙы үҙҙәренең бурысы итеп һанамай. Шулай уҡ ҡарттарҙы дауаханаға алмай йонсотоуҙары ла сер түгел. Йәшлегебеҙ генә түгел, ҡартлығыбыҙ ҙа бәхеттә үтһен ине, тип теләйек.

Розалия НАЗАРОВА

Айгөл ХАЛИҠОВА фотолары
Читайте нас: