Все новости

ҠАНСЫРА ОЛОЛАРЫ ҠЫУАНДЫ

Ҡансыра ауылында ла Ололар көнө гөрләп үтте. Башланғыс мәктәп уҡытыусыһы Мәҙинә Сәйфуллина, клуб мөдире Гөлназ Уразбаева силсәүит һәм бағыусылар бүлгән аҡсаға мул табын әҙерләне. Мәктәп уҡыусылары инәй, бабайҙарына шиғыр ҙа һөйләнеләр, йыр ҙа йырланылар. Ауылдаштары, абыстай һәм хажиә Лилиә Ишәйева матур итеп доға уҡыны. Шәбағыш ауыл хакимиәте башлығы Илшат Миҙхәт улы Рахмаев ололарҙы ҡотлап, уларға бүләктәр тапшырҙы.

Был байрамды ойоштороусыларға, силсәүиткә һәм байрамды үткәреүгә ярҙам итешкән бағыусылар Ирек һәм Зиннур Рәхмәтуллиндарға ҡансыралар шулай уҡ ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.

Т. МОҠАСОВ
Читайте нас: