Все новости

БАР ХӨРМӘТТЕ КҮРҺӘТТЕЛӘР

Яҡшымбәт ауылы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Яҡшымбәт ауылы ололарын бынамын тигән итеп ҡотланы. 50-нән ашыу өлкән йәштәгеләрҙе силсәүит ашханаһына йыйып ҡулдарынан килгән бар хөрмәтте күрһәттеләр, һый-ниғмәттәр менән һыйланылар. Ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткергәндән һуң, ауылдың үҙешмәкәр артистары ололар өсөн йыр-моң, бейеүҙәр ҙә бүләк итте.
Читайте нас: