Все новости

БЕР-БЕРЕҺЕН ҺАҒЫНҒАНДАР

Ҡотлоюлда Ололар көнөнә арналған байрам бик матур үтте. Инәй, абзыйҙар бер-береһен һағынған: был осрашыуға ҡыуанышып, гәпләше байрам иттеләр. Һәр береһе күстәнәстәр алып килгән. Нафиҡ Боҫҡановты, Марс Боҫҡановты 80 йәштәре, Фәрзәнә Боҫҡанованы 75 йәше, Миңлегөл Алексееваны 70 йәше, Миләүшә Кинйәғолованы 60 йәше менән ҡотлап, уларға йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, изге теләктәр теләнеләр. Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов ололарҙы байрам менән ҡотланы. Кемдәр колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, шуларға «Искра» АХК-һынан, кемдәр силсәүиттән хаҡлы ялға сыҡҡан, шуларға силсәүиттән күстәнәстәр бирҙеләр.

Зарима БОҪҠАНОВА

Ҡотлоюл ауылы
Читайте нас: