Все новости

БЕРҘӘМ ҠОТЛАНЫЛАР

Свобода ауылында Ололар көнөнә арналған байрамда быйыл 40-лап кеше булды. Бындай сарала һаулыҡтары буйынса элекке йылдарҙа ҡатнаша алмағандарҙы ла өйҙәренән транспорт менән барып алып килдек. Был эште ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн мәктәпкә, Ҡарттар йортона рәхмәтлебеҙ.

Байрамға килеүселәрҙе аш-һыу менән һыйлап ҡына ҡалмайынса урындағы үҙешмәкәр артистар, «Россияночка» ансамбле концерт номерҙары менән дә сығыш яһаны. Тағы ла бер ҡыуаныс: байрам уңайынан Күмертау китапханасылары Свободаға килеп Ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе ҡотланы, бүләктәр таратты.

Тимербай, Түкән, Кинйәабыҙ ауылдарында ла Ололар көнөнә арналған саралар матур үтте. Был байрамдарҙы үткәреүгә шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар, «Түкән» АХК-һы аҡсалата һәм матди ярҙам итте. Уларға ла ҙур рәхмәт!

Фәнис РАХМАНҒОЛОВ,

Свобода ауыл хакимиәте башлығы
Читайте нас: