Все новости

КИТАПХАНАСЫЛАРҘАН БҮЛӘКТӘР

Китапханасы тигәс, гелән кәштәләр араһында ултырған, китаптан башҡа бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмаған кеше күҙ алдына баҫалыр, моғайын. Был стереотиптар күптән артта ҡалды, китапхананың сиктәре юҡ, бында эшләгән кеше китап-журналдар менән генә эш итеп ҡалмай, тормоштоң һәр өлкәһенә үтеп инә. Ололар көнөндә Күмертау китапханасылары бик изге эш ҡылды: Свободалағы Ҡарттар йорто тәрбиәләнеүселәрен урынға барып ҡотланы, оло быуын вәкилдәренә ихлас күңелдән бүләктәр таратты. Үҙҙәре аҙ ғына аҡса алып эшләгән китапханасылар был саҡлы бүләктәрҙе ҡайҙан тапҡан, аҡыл етмәй. Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар!

Күмертау китапханасылары менән Свобода Ҡарттар йорто араһындағы бына шундай рухи бәйләнеш, ныҡлы дуҫлыҡ күптәнән бирле дауам итеп килә.

Т. ЮЛАМАНОВ
Читайте нас: