Все новости

КЛУБҠА АШЫҠТЫЛАР

Ололар көнөндә ямғырҙарҙан һуң көндәр йылытып, ҡояш та йылмайғандай итте. Халыҡ та бер аҙ эштән бушанып, бәрәңге ҡаҙыуҙарҙан арынды. Урам байрам төҫөн алды, әбей-бабайҙар клубҡа ашыҡты.

Һәр ваҡыттағыса Абдул ауылы йәштәре матур концерт номерҙары әҙерләгән. Күңелдәрҙе елкендереп гармун моңдары, бейеүҙәр, матур йырҙар яңғыраны. Ололарға күп кәрәкме ни, дәртләнеп ҡул сабып ултырҙылар. Йырсыларыбыҙ: клуб мөдире Юлиә Ниғмәтуллина, Гүзәл Ниғмәтуллина, Зәйтүнә Чурина, Әлфиә Хәйбуллина, Айҙар Хөснөтдиновтарҙың моңлы тауыштары күңелдәрҙе елкендерҙе. Бейеүсе ҡыҙҙар: Сөмбөл Ниғмәтуллина, Азалия Килмәтова, Камила Ишмөхәмәтова оҫта итеп бейенеләр. Миңлеғәли Чурин «саратов» гармунында уйнап күңелдәргә дәрт өҫтәне, оло апайҙар үҙҙәре бейергә төшөп киттеләр.

Күңелле тамашанан һуң ололар сәй табынына юлланды. Аш-һыу әҙерләгән ҡыҙҙарға ла ҙур рәхмәт, өҫтәл һығылып торҙо. Ҡарай ауылыннан Рая менән Наилә апайҙар ҡаҡлаған ҡаҙ алып килгәндәр, әти-әниҙәре элекке уҡытыусы Заһретдин Заһрый улы менән Хәтифә апайҙың 100 һәм 90 йәштәре булған булыр ине. Уларҙы иҫкә алып доға ҡылдылар.

«Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативынан, силсәүит башлығынан ололар көнөнә ҙур бүләктәр алып ҡыуандырҙылар, хужаларға айырыуса ҙур рәхмәтлебеҙ.

Халыҡ, киләһе йылға ла тағы осрашырға насип булһын, тип таралышты.

Суфия ТӘРЖЕМӘНОВА

Абдул ауылы
Читайте нас: