Все новости

Өлгөлө Ҡәҙерғәлиндар

Яҡут ауылында йәшәүсе Нәсибә Зариф ҡыҙы менән Рафиҡ Солтан улы Ҡәҙерғәлиндар ауылыбыҙҙа ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән иң оло парҙарҙың береһе булып тора. Уларҙы Ололар көнө менән ҡотларға беҙ, китапханасы Таңһылыу Исламғолова һәм шәфҡәт туташы Роза Әбйәлилова, өйҙәренә барҙыҡ. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ, тәмле сәйҙәр эстек, яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәримдең бик күп шиғырҙарын уларға уҡып ишеттерҙек.

Ошо ике парҙың тормош юлын һеҙгә лә «Юшатыр» гәзите аша еткерергә булдыҡ. Был матур ғаилә бик күп йылдар бергә йәшәп, бер-береһенә хөрмәт, иғтибарлылыҡ, ҡәҙерләү хистәрен һаҡлап алып ҡала белгән. Ғаилә башлығы Рафиҡ ағайға 12 йәштән колхоз эшенә күмелеп, көтөү көтөп, бесән әҙерләп, бөтә ауыр эште эшләп, сынығып үҫергә тура килә. Уның эшләгән эштәре тураһында Маҡтау грамоталары, миҙалдары асыҡ һөйләп тора. Яҙмыш елдәре Ырымбур өлкәһенең Мәҡсүт ауылы Нәсибә исемле апайға ла бик күп һынауҙар әҙерләй. Апайҙың атаһы һуғыштан яраланып ҡайтып, оҙаҡ ауырып ятҡандан һуң мәрхүм булып ҡала. Ғаиләһендә иң өлкән булған Нәсибә апайға бәләкәй туғандарын тәрбиәләү, әсәһе эштә булғанда йорт эштәрен башҡарыу сибек кенә Нәсибә апайға йөкмәтелә. Ғаиләлре бик ҙур: һигеҙ бала үҫәләр. Бер миңә уҡыу теймәне, тип һөйләй ул, ярай әле туғандарым уҡыны, тип ҡыуанып та ҡуя апай.

1959 йылдың ҡышында ошо ике уңған гөрләтеп туй үткәрәләр. Туйҙан һуң икеһе лә колхоз эшенә сумалар. Татыу тормошта дүрт ир балаға ғүмер бүләк итәләр.

Өлгөлө ғаилә матур итеп йорт һалып сыға, әлеге көндә лә ҡош-ҡорт аҫырайҙар ишек алдарын йәмләп ап-аҡ кәзәләре йөрөй, һөтөн һауып, эш итеп бик күңелле йәшәй әбей менән бабай. Эйе, ошо йорттоң хужаларына ҡарап: «Бергә татыу итеп йәшәүҙең сере ысынында ла бер-береңә терәк булып, бергә йәшәгән кешеңә иғтибарлы, ихтирамлы булып йәшәүҙәлер», - тип уйлап ҡуяһың.

Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА

Яҡут ауылы
Читайте нас: