Все новости

ҮҘҘӘРЕН ЙӘШ ТОЯЛАР

Үтте лә китте йәшлегем,

Үткәнен дә тойманым,

Йә, үтмә, тип, йә, китмә, тип

Үҙем бер ҙә тыйманым, -

тип йырланы Ололар көнөнә йыйылған Яманғол ауылының оло быуын вәкилдәре.

Яманғолда Ололар көнөн үткәргәндә йырланмаған йыр ҡалманы, «Үтте йәшлек», - тип тә моңайҙылар гармун көйөнә. Шулай ҙа Яманғолдоң инәй-бабайҙары һаман да йәш тоя үҙҙәрен, гармун тауышын ишетһәк, йөрәк елкенә лә китә, үҙебеҙҙе хәс тә аулаҡ өйҙә ултырған егет-ҡыҙҙар һымаҡ тоя башлайбыҙ, тиҙәр. Байрам бына шулай бик тә күңелле үтте ауылыбыҙҙа. Табындар ҙа мул булды.

Гөлсинә БӘШИРОВА

Яманғол ауылы
Читайте нас: