Все новости

ЙӘШӘРЕП КИТКӘНДӘЙ БУЛДЫҠ

Түбәнге Бабалар ауылында Ололар көнөн матур итеп ойоштороп үткәреүселәргә ҙур рәхмәтемде блдерәм. Ауыл ағинәйҙәре мул бай өҫтәл әҙерләгәндәр, Гөлгөнә Исхакова тәмле итеп аштар бешергән. Ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов беҙгә, 4 юбилярға, рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тотоп килгән. Беҙгә, ололарға, шундай иғтибар, ихтирам һәм йылы һүҙ ҙә ҙур бүләк бит, дәртләнеп, йәшәреп киткәндәй булабыҙ. Беҙҙе шулай ололаған өсөн хоҙай һеҙҙе лә ололаһын, эшегеҙҙә уңыштар, бөтәгеҙгә лә ғаилә бәхете бирһен, балаларығыҙҙан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәгеҙ! Матур итеп йырлашып, уйнап -көлөп, үткән тормоштағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә алып, күңелебеҙ булып таралыштыҡ. Беҙ, юбилярҙар — Рәйсә Низаметдин ҡыҙы Мөхәмәтйәрова, Сәриә Ғәлим ҡыҙы Вәлиева, Люциә Сәмиғулла ҡыҙы Мөхәмәтйәрова һәм Рәйсә Ҡотлоәхмәт ҡыҙы Хоҙайбирҙина тағы бер тапҡыр ҙур итеп рәхмәт әйтәбеҙ.!

Рәйсә МӨХӘМӘТЙӘРОВА

Түбәнге Бабалар ауылы
Читайте нас: