Все новости

ЯҢҒЫРАП ТОРҘО

Яманһары ауылы инәй, бабайҙарын Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотлауҙы ауылдаштары Гүзәлиә Халиҡова, Менәүәрә Урманцева етәкселегендә гүзәл заттарыбыҙ бергәләп ойошторҙо. Улар Бахмут ауыл хакимиәте бүлгән аҙыҡ-түлек, үҙҙәре бешеренеп алып килгән ниғмәттәр менән мул табын әҙерләне. Үҙе лә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Яманһары мәктәбенең элекке уҡытыусыһы Миңлеғәлим Игбаев, байрамға килеп, гармунда уйнап ауылдаштарының күңелен асты, уларҙы йырлатты, үҙ-ара таҡмаҡтар әйтеп ярыштырҙы, аҙаҡ хәйер таратты.

Улай тиеп кем әйтә,

Былай тиеп кем әйтә?

Ышанмағыҙ был донъяға,

Был донъялар һемәйтә,

- тип йырлап ултырһалар ҙа, Яманһары ололары бер ҙә генә һемәйеп ултырманы, байрамды йырлап-көлөп, бик күңелле итеп үткәрҙе, шундай сараны ойошторғаны өсөн ҡыҙҙарға оло рәхмәттәр әйттеләр.
Читайте нас: