Оло кешегә нимә кәрәк - уға иғтибар һәм ихтирам кәрәк. Балаларҙыҡы ғына түгел, властарҙыҡы ла мөһим. Был яҡтан Зәк-Ишмәттәр шәп эшләй, силсәүит, берәй инәй-бабайҙың юбилейы булһа, бар эшен ташлай ҙа, бүләк тотоп, юбилярҙың йортона йүгерә, ололарҙың күңеле күтәрелгәнен күргәс, үҙҙәренең дә кәйефтәре уғата шәпләнеп китә һәм тороп торған эштәренә яңы дәрт менән артабан тотона. Әле лә Зөләйха Зәһиҙулла ҡыҙы Ишмөхәмәтованы 90 йәше менән ҡотларға ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов менән эштәр идарасыһы Гөлбаныу Зәйнәғәбдинова барҙы. Улар инәйгә изге теләктәр теләп, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙылар.