Все новости

ДӘРТЛӘНЕП ЙӘШӘЙҘӘР

Тимербай ауылында йәшәүсе Леанур менән Ибәтулла Тазетдиновтар күптән түгел иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тулыуын билдәләне. Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов уларҙы ошо матур, алтын юбилейҙары менән йорттарына килеп ҡотланы һәм иң изге теләктәренә ҡушып, бүләктәр тапшырҙы.
Тазетдиновтар ғаиләһе 5 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Балаларының барыһы ла әлеге көндә үҙ ғаиләләре менән донъя көтә. Ике ҡыҙҙары Тимербайҙа төпләнгән. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, алтын юбилярҙар һаман да дәртләнеп йәшәйҙәр, мал-тыуарын да, ҡош-ҡортон да аҫрайҙар, баҡса ла үҫтерәләр. Уларға артабан да шулай гөрләп, именлектә-һаулыҡта йәшәүен теләйек.
Р. НАЗАРОВА
Читайте нас: