Яманһары ауылында йәшәүсе Ишембай Халиҡов бабайҙы 85 йәшлек оло юбилейы менән Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова йортона килеп ҡотланы. Ул үҙенең изге теләктәренә ҡушып бүләктәр ҙә тапшырҙы. Нурия Нуриман ҡыҙы менән бергә Ишембай олатайҙы ҡотлайбыҙ тип күршеләре лә өлтөрәшеп килеп еткән. Үҙен әллә нисәмә ҡатын-ҡыҙ уратып алғас, бабай, хатта, әллә нисә йәшкә йәшәреп киткәндәй тойола. Гел генә шулай күңелегеҙ йәш, үҙегеҙ дәртле булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын, һеҙгә Ишембай бабай.
Әйткәндәй, Ишембай Халиҡов Яманһары ауылында иҫән ҡалған берҙән-бер ветеран. Ул ғүмере буйы колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Тормош иптәше Минәйрә Зиязетдин ҡыҙы менән бергә 3 малай һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлеге көндә Ишембай бабай улы һәм килененең ғаиләһендә йәшәй.