Все новости

ФИҘАҠӘР ХЕҘМӘТЕГЕҘ ОНОТОЛМАҪ

Хөрмәтле хеҙмәт ветерандары!Йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте июндә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләүсе хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!
Хөрмәтле хеҙмәт ветерандары!
Йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.
ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫНЫҢ ТӨРЛӨ ТАРМАҠТАРЫНДА (АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, ТРАНСПОРТ, МӘҘӘНИӘТ, МӘҒАРИФ Һ.Б.) АТҠАҘАНҒАН ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠ БУЛҒАН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
ҒИСМӘТУЛЛИНА Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Яңы Мораптал ауылы;
ЛЯЩЕНКО Виктор Николаевич, РФ-ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ермолаево ауылы;
МӨХӘМӘТЙӘНОВ Ишбулды Хәйепҡолой улы, БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы;
НИӘТШИН Тимерйән Әбдрәхим улы, 1994 йылдан РФ һәм БР Яҙыусылар союзы, 2008 йылдан «Күп милләтле Санкт-Петербург» Яҙыусылар союзы ағзаһы, 5 шиғри йыйынтыҡ авторы;
БАССР ЮҒАРЫ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ ПОЧЕТ ГРАМОТАЛАРЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
БӘШИРОВА Диллара Хәмәҙей ҡыҙы, Яңы Мораптал ауылы;
ҠАРАНАЕВ Рәйес Бәҙретдин улы, Айсыуаҡ ауылы;
ФИЛАТОВ Владимир Алексеевич, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы, БР-ҙың атҡаҙанған аул хужалығы хеҙмәткәре; КПСС Үҙәк Комитетының, СССР Министрҙар Советының, ВЦСПС-тың һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы; Башҡортостан Республикаһы Президентының Почет Грамотаһы; БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет Грамотаһы; БР Хөкүмәтенең Почет Грамотаһы менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы.
СЕМЕНОВА Вера Васильевна, Яңы Урал ауылы.
ЧЕРНОБЫЛЬ АЭС-ЫНДАҒЫ ҺӘЛӘКӘТ ЭҘЕМТӘЛӘРЕН БӨТӨРӨҮҘӘ ҠАТНАШЫУСЫЛАР, АФҒАНСТАН ҺӘМ ЧЕЧЕН РЕСПУБЛИКАЛАРЫНДАҒЫ ХӘРБИ ХӘРӘКӘТТӘРҘӘ ҠАТНАШЫП, ОРДЕНДАР МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ВЕТЕРАНДАР:
ИВАНОВ Анатолий Семенович, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы, II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланған, Ермолаево ауылы.
Читайте нас: