Все новости

Ил тарихын һөйләй яҙмыштары

Һөйләһәң, китап яҙырлыҡ, тип үҙ яҙмышы тураһында һөйләй Нәҡиә Хәмитова.

-Беҙҙең бала, үҫмер саҡ ауыр йылдарға тура килде. Бала саҡтан эшен дә, нужаһын да күрҙек. Колхозда эшләгән ваҡытта, сәсеү мәлендә киске сменаларҙа эшләп, “тараҡан” тип йөрөтөлгән тракторҙар алдынан фонарь яҡтыртып та йөрөнөк. Таймаҫ силсәүитендә йәйәүләп почта ташыусы ла булдым мин. 1945-1946 йылдарҙа 6 класс белемен алдым, артабан уҡыу тәтемәне. 1946-сы йылдан Ырғыҙлыға урман ҡырҡырға ебәрҙеләр, һал ағыҙҙыҡ, - тип хәтер яңыртты Нәҡиә инәй. 1951 йылда ул фронтовик Хәмитов Нәсибулла Фәтҡулла улына тормошҡа сыға. 2 йыл әрме хеҙмәтендә, 5 йыл һуғышта йөрөгән тормош иптәше Нәсибулла сабыр холоҡло, үҙ көсөнә генә ышанып йәшәгән кеше була. Ул дәүләттән тейешле түләүҙәрҙән лә, торлаҡтан да баш тарта. Хәсрәтле һуғыш юлдары тураһында ла һөйләргә яратмаған ул. Хәмитовтар ғаиләһе лә 5 бала тәрбиәләп үҫтерә, ә хәҙер Нәҡиә инәй 20-гә яҡын ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәренә лә өләсәй. Нәҡиә Ғибәҙулла ҡыҙы тыл һәм хеҙмәт ветераны, әлеге ваҡытта Күмертау ҡалаһында фатирлы булып, дәүләттең ярҙамына шөкөр итеп донъя итә.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 49-сы һанында.
Читайте нас: