«Күрше-тирә, ауылдаштар менән татыу, дуҫ булдыҡ электән. Өмәләр, һуғым һуйышыуҙан ситтә ҡалмай, аралашып йәшәнек. Шулай ҙа кеше менән ярышып донъя итмәнек, уңыштарға маҡтанманыҡ. Элек кейем юҡлыҡ замандарында, кейем, әйбер йыйыу булманы, хәҙер генә кеше кейем өҫтөнән кейем ала, әйбер тип ҡыуалай ғына, ләкин яҡшылап та кеймәҫтән, тотонмаҫтан ташлайҙар, ҡәҙерен белмәй шул», - тип замана үҙгәрештәрен билдәләп, потребителдәр йәмғиәтен өлкәндәрсә тәнҡитләп тә ҡуйҙы бабай менән инәйебеҙ. Ә бит заманаһы шулай, потребителдәр әйберҙә генә түгел, ә кеше мөнәсәбәттәрендә лә хәҙер киң таралған күренеш, әҙәм күңелен әҙәм уйламаҫ.
«Ауылыбыҙҙағы мәсет матурланды, байрамдарға унда ла йөрөйбөҙ. Тик магазиныбыҙ ғына ябылып, күңелде төшөрҙө. Ярай ҙа “автолавка”һы килеп йөрөй. Беҙҙең донъя түңәрәк, йылытып тороусы газы ла, һыуы ла үткәрелгән. Йәшәү ауыр түгел, булғанына шөкөр итеп йәшәйбеҙ», - ти ярты һүҙҙән, бер-береһен бер ҡараштан аңлап өйрәнгән Сөләймәновтар.
Киң күңелле, йор һүҙле әңгәмәселәребеҙ көлдөрөп тә, уйға һалып та алды. Донъя булғас, төрлө ваҡыттар ҙа булып китә, бөтәһе лә ал да-гөл генә булып тормай шул. Ләкин тауыш күтәрмәй, сабырлыҡ, аңлашып-килешеү, яраша белеү сифаттары кәрәк булыуын төшөндөрҙө бәхетле ғаилә тормошон кисереүсе Сөләймәновтар.